Өҫтәлемә төштө яҙ ҡояшы...

Өҫтәлемә төштө яҙ ҡояшы —
Йыһандың аҡ утлы илсеһе,
Ғәжәйеп бер яҡут тапҡан кеүек,
Шатлығымдың шуға юҡ сиге!
Яҙ ҡояшы үҙен иркен тота,
Сағыла ул бөтә нәмәлә,
Ҡулымдағы алтын ҡаурыйҙа ла
Бейей, уйнай, табып әмәлен.
Өшөгән йән, туңған йөрәктәргә
Йылы нурын түкмәк йәлләмәй,
Ҡыш ҡарыша, егеп бурандарын…
Яҙ ҡояшы тулды бүлмәмә!
Күп кәрәкме әҙәм балаһына,
Юҡтан ғына китә осоноп.
Яҙ ҡояшы килеп етте ергә,
Йыһан туҙандарын осороп…

1991-1995.