Өмөт

Өмөт

 

Көндән көнгә заман дауылдары

Ер тирәләй аға алҡынып.

Аяп-йәлләп тормай яҙмыштарҙы,

Һеңгәҙәтә һуға тулҡыны.

 

Һуғыш уты илдә күптән һүнгән,

Юйылған да ерҙә яу ҡыры.

Әммә, ҡыҙым,

Бына инде һиңә

Килеп тейҙе уның шауҡымы.

 

Йөрәктәрҙе тағы хәүеф өтә,

Табырға һуң нисек дауаһын?

Башкиҫәрҙәр инде янай һиңә,

Ә һин — минең ғүмер дауамым.

 

Һин — бер ҡыяҡ илем далаһында,

Күрәсәгең — килер быуатта.

Һәм шуға ла унда йәшәүҙәре

Еңел булыр тиеп йыуатмам.

 

Етер бер мәл: нығыр ҡанаттарың,

Юлды беҙҙән башҡа ярырһың,

Һүнмәҫ өмөт тулы яҙмышыңды

Бөтә ғүмерең менән яҙырһың.

 

Саҡ башлана ғына әле юлың,

 Алда көтә яныу, күкрәүҙәр...

Оҙатып барһын һине ошо йырым,

Ул яралды һағыш, тетрәүҙән.

 

1

Арҡырығырҙа ҡыҙҙар сәскә йыя,

Сәскәләре хуш еҫ бал ғына!..

Был төбәктә йәшәү — үҙе йәннәт,

Был күркәмлек — үҙе ял ғына!

 

Күҙҙең яуын алыр сәскәләрҙән

Таждар үреп кейә ҡыҙҙарым.

Ер һыйына йәнә кинәнәләр —

Еләктәр ҙә бешкән ҡыҙарып.

 

Олатайҙары кирелеп бесән саба,

Һелтәүенән күҙ ҙә алғыһыҙ!

Әйтерһең, ул ғүмере буйы шулай

Төшөрмәгән ҡулдан салғыһын.

 

Ҡарай ҙа ул үҫкән үләндәрҙең

Ауғанына үткер салғынан,

Ирекһеҙҙән ҡайта үткәндәргә,

Ут һыҙығы баҫа алдына...

 

...Ейәнсәрҙәр уға сәй килтергән,

Мәтрүшкәле икән сәйҙәре!

Ҡоштар моңо, сәскә наҙы менән

Ҡыҙҙарымдың үтә йәйҙәре...

 

Хозур йәйҙән көскә айырылып,

Ҡайттым, ҡыҙҙарымды ҡалдырып,

Һәм уларҙы төндә төштә күрҙем,

Йөрәгемде шомда яндырып...

 

“...Аҡландарҙы, туғай, уяларҙы —

Тирә-яҡты сәскә ҡаплаған.

Туңлыҡтарҙы, сүллектәрҙе кеше,

Гөл үҫтереп, нисек наҙлаған!

 

... Ҡитғаларҙы сәскә ҡаплап алған,

Донъя илаһи бер балҡышта,

Сәскә-Ерем йөҙә киң йыһанда,

Бар йондоҙҙар йым-йым алҡышлай...

 

...Һәр бер илдән килгән көләс ҡыҙҙар

Хасил итте дуҫлыҡ ҡоршауын —

Веноктарға үреп веноктарын

Ураттылар улар Ер шарын...

 

...Таныным мин ҡыҙҙар араһында

Муйыл күҙле ике ҡыҙымды.

Арҡырығырҙа йыйған сәскәләре

Донъя веногына ҡушылды...

 

...Ҡапыл ғына төшөм алышынды:

Күктә әллә ҡояш шартланы,

Тирә-йүнде һөрөм ҡаплап алды,

Ер тетрәне, йәшен ялтланы...

 

...Ашлыҡтарға һеңде дары еҫе,

Зәңгәр күлдәр кинәт ҡороно,

Ҡалын урмандарҙа ағастарҙың

Шырпы кеүек һынды олоно...

 

...Сәскәнән таж кейгән теге ҡыҙҙар

(Минең дә бит унда ҡыҙҙарым!!!)

Күмерләнеп ҡатты тораташтай,

Тотоношҡан хәлдә ҡулдарын!..

 

...Йән өшөткәс үле тынлыҡ. Хатта

Зәғиф тауыш китә шаңғырып...

...Ҡәберлек-Ер

Етемһерәп кенә

Буш йыһанда гиҙә ҡаңғырып...”

 

Ҡот осҡос төш!..

Уны юрау түгел,

Теләмәҫһең хатта уйларға!

Ышанмайым,

Әммә мәжбүр булдым

Ҡыҙҙарыма ҡайтып урарға...

 

Хәүефтәргә һала шомло төшмө?

Юғалтыумы яра тамаҡты?

Хаталар бит ҡаты хөкөм итә,

Онотҡанда әсе һабаҡты...

 

2

Бөйөк саздың мин бер хеҙмәтсеһе,

Төп ҡоралым — ҡәләм ни бары.

Ҡәләм алһам, алға ҡағыҙ һалһам,

Ишетәм кеүек моңло ил зарын.

 

Ул ил зары —

Илаҡ күҙ йәш түгел —

Тол ҡатындың маңлай һырҙары,

Ятып ҡалған һалдат иҫтәлеге,

Етем үҫкән ул һәм ҡыҙҙары...

 

Беҙҙең әсәй тылда — һалдатка ла! —

Бөтәбеҙҙең унда өмөтө,

Көн-төн эштә — тиңһеҙ атакала,

Йығылмаған нисек төңөлөп?! —

 

Көс тә тапҡан беҙҙе йылытырға,

Һүнмәй ҡалған тере сатҡылай,

Ышанған ул атай ҡайтырына,

Өмөттәрен өҙмәй саҡ ҡына...

 

Ҡара ҡағыҙ алғас,

Йәшен уты

Һуҡҡан кеүек, ятҡан ул ҡатып,

Алты бала менән тороп ҡалған

Утыҙ йәштә — йәп-йәш тол ҡатын.

 

Хәсрәттәрҙән сәсәп быуылғанда,

Ялтыръятыу ятҡан алҡынып,

Таналыҡтың һалҡын тулҡыны ла

Баҫалмаған һағыш ялҡынын.

 

Өйҙә түҙмәй, гиҙгән сәхрәләрҙе,

Күктәр торған саҡта алланып,

Әсәйемдең ҡара сәскәйҙәре

Ҡайтҡан микән шунда салланып...

 

Донъя йөгөн иңдән төшөрмәне,

Таянысы итеп ағайҙы,—

Һуғыш йылдарының үҫмерҙәре,

Ҡәләм тотор саҡта,

Һәнәк тотоп,

Асып инде аҙбар-һарайҙы...

 

Ҡайғыһынан тамам иҫәнгерәп

Күп йөрөмәй килгән аңына,

Теләгән ул һаман:

“Иҫән генә

Әйләнеп ҡайт балалар хаҡына...”

 

Һуғыш күптән бөттө,

Иллә минең

Гитлерға бар шәхси иҫәбем.

Баш ҡалҡытҡан фюрер ҡалдыҡтары

Ишетһендәр ҡаты киҫәтеү:

 

Шәхси иҫәбем бар — мәле етте

Ғазаптарға яуап алаһы —

Атайымды атты,

Етем итте

Тик бер йорттан алты баланы.

 

Үсле уҡты атам йөрәгемдән —

Уғым тейеш сәпкә тейергә.

Фашист-ҡоҙғон тағы күтәрелһә,

Мин әҙермен шинель кейергә,

Сөнки минең бер кем ҡайтара алмаҫ

Шәхси иҫәбем бар фашисҡа,

Алла исемен үҙенә битлек итеп,

Кешелектән көлгән хәсискә,—

 

Тотмағандыр иҫәп,

Бер мәл килеп,

Миңә яуап бирәсәгенә:

Мин — тере үс!

Мин — үлмәҫ күс!

Мин — ҡайтмаҫ ҡон!

Мин — китмәҫ моң!

Мин — атайымдың

Ғүмер дауамы,

Балаларымдың

Өмөт тамыры...

Минең яҡта хаҡлыҡ,

Яҡлар халҡым,

Мин ышанам еңәсәгемә!..

 

3

Бына инде кесе ҡыҙыма ла

Килеп тейҙе һуғыш шауҡымы,

Бәләкәймен тимәй, оло итеп,

Хәбәр һалды, беҙҙе шаңҡытып.

 

Йыйынғанда шулай күмәкләшеп

Минең тыуған яҡҡа — ауылға,

Баш тартты ул ҡапыл,

Уйлап тормай,

Атай алыр, тиеп, ауырға:

 

— Мин бармайым.

Унда ҡартатай юҡ.

Ҡартатайһыҙ унда күңелһеҙ.

Әйҙә Күсемдәге олатайға,

Килегеҙ тип ҡалды түгелме?..

 

Әсәһенең ауылы оҡшай уға,

Өләсәй менән олатай тарафы.

Минең яҡты иһә ятһына ул

Һәм ҡуҙғата йөрәк яраһын...

 

“Ҡартатай юҡ...” —

Әйтер һүҙем бөттө.

Бала хаҡлы. Әсе дөрөҫлөк.

Булһын ине лә бит ҡартатаһы,

Ейәнсәрен ҡыҫып һөйөрлөк...

 

Ҡартатай юҡ —

Етәкләшеп барып,

Кисен көтөү ҡаршы алырға,

Алдарына ултырып,

Әкиәт тыңлап,

Татлы йоҡоларға талырға...

Ҡартатай юҡ —

Ауыл ҡотон һаҡлар,

Йәш быуынды ипкә өйрәтер,

Ата-бабаларҙың йүн-һөнәрен

Ҡыҙҙарыма кем һуң күрһәтер?..

 

Ҡартатай юҡ...

Тағы әллә күпме

Уға бәйле шатлыҡ, йәм юҡтыр!..

Шуға, ҡыҙым, күңел ҡапҡаңа бит

Ризаһыҙлыҡ тигән ғәм ҡаҡты.

 

“Ҡартатай юҡ...”

Үткән ҡанлы яуҙың

Шаңдауҙары килеп ҡағылды,

Ғәрәсәттән, гүйә, Уралымдың

Ҡайындары ергә һығылды...

 

“Ҡартатай юҡ...”

Уның ҡайҙалығын

Белеп етмәй заман балаһы.

Үтәлмәҫлек бурыс минең алда:

Сабый күңелдәрен булмай алдап,

Ҡартатайҙы ҡайҙан алаһы?

Ҡай тупраҡтан эҙләп табаһы?...

 

4

Атайым һәм йөҙләп ауылдашым,

Аныҡ яуап минән көткәндәй,

Һәйкәл булып — ҡырыҫ ҡарап ҡала,

Мәңгелек ут булып — өтөп ала,

Майҙандарҙан юлым үткәндә:

 

“Күпме ҡорбан фашист иҫәбендә —

Ғүмерҙәрҙең хаҡын ҡайтарҙымы?

Күпме золом тамуҡ киҫәүендә —

Ҡанлы ҡулын бығау ҡайырҙымы?..”

 

Кисерәм мин ҡапыл шундай тойғо,

Гүйә, бында мин бер үҙем түгел —

Тол ҡатындар,

Бар етемдәр баҫҡан артымда.

— Атай!

Аяҙ әле илем күге,

Әммә ерҙә ут һәм зар тынмай.

Неофашист шакалдары бөгөн

Яңы мәйет көҫәп шашына.

Киҫәтәбеҙ:

Кем ут менән уйнай —

Шул үҙенең етер башына!..

 

Германия бөгөн — ике дәүләт[1]

Ҡапма-ҡаршы ике тарафтай,

Һәр берендә иртәгәһе көнгә

Йәшәй төрлө-төрлө ҡараштар.

 

Конрад камрад килгән ГДР-ҙан,

Өфөм буйлап уны оҙатам.

Эй гәпләшер ине Конрад менән,

Тере булһа Ҡуңрат олатам!..

 

Әсәй әйтә:

— Шунда атайыңды

Белеүселәр юҡмы, һораһаң? —

Үҙе шундуҡ кире ҡайтауыллай:

— Нимес — нимес инде, ҡороһон…

 

— Әсәй, бөгөн унда һәр беребеҙҙең

Дуҫтары күп, таныш-белеше.

Ана Конрад килгән Галле менән

Йәшәйбеҙ икмәк-тоҙ бүлешеп...

 

Хәҡиҡәткә күҙен асып, улар

Бөйөк Гете, Гейне ерендә,

Яраларын ямап,

Ҡул бирәләр

Тыныслыҡ һәм дуҫлыҡ телендә.

 

Илем мәңге шулай:

Сит яуҙарҙы

Кире ҡаҡҡан, ҡыуған өңөнә,

Үҙе юлын йыуып ҡаны менән,

Еңеү алып ҡайтҡан өйөнә.

 

Ятып ҡалды беҙҙән —

Егерме миллион! —

Етмәҫ хатта ҡәбер таштары...

Ирек даулап,

Яҡлап киләсәген,

Һалмаған һуң кемдәр баштарын?!.

 

Өнһөҙ таштар ҡәбер һаҡлап тора,

Яңыртып та иҫке ҡайғыны.

Ҡарт әсә бит унда улын эҙләй,

Яуап бирер таштың ҡайһыһы?..

 

Таштарға ла ауыр — ҡәбер ташы

Булып тороу гүрҙәр өҫтөндә,

Ҡаплағандан түгел мүк һәм төтөн,

Таштар ҡара — ҡайғы төҫөнән.

 

Һалдат кеүек төп-төҙ баҫҡан улар.

Мөлдөрәшеп миңә ҡарайҙар.

Оҫта ҡулы тейһә, уларҙан бит

Балҡыр ине күпме һарайҙар,

Йырлап ятыр ине күпме юлдар,

Йәйғорланыр ине күперҙәр...

Ер йөҙөндә әгәр хәүеф бөтһә,

Бункерҙарҙың ташын һүтерҙәр.

 

Таштар һаҡлай һалдат ҡәберҙәрен…

Таш ул — хәтер,

Ҡаты киҫәтеү,

Бәғерҙәрҙе телгән йәберҙәрҙе

Кешелеккә ҡат-ҡат иҫләтеү...

 

Ул ҡорбандар — беҙгә ғәзиз, яҡын;

Һөйә белгән улар бик шашып...

Уларҙы беҙ бөгөн онотһаҡ әгәр,

Ҡалҡыр тағы яуыз көс — фашист.

 

— Яуҙа ауған йөҙләп ауылдашым!

Ҡәбер үтә һеҙҙе таныйым:

Өҫтөгөҙҙә үҫкән үләндәрҙең

Ятаһығыҙ һаҡлап тамырын!

 

5

Һәр кемдең дә үҙе менән тыуа

Кеше булып йәшәү хоҡуғы.

Уны бер кем тартып ала алмай,

Алырға ла мәңге хаҡы юҡ.

 

Йәшәү хоҡуғы...

Ул ниндәй ябай,

Әммә унда күпме мәғәнә:

Кеше булыу —

Кеше араһында

Иманыңды тотоу әләмдәй,

 

Инсафлыҡты гел дә өҫтөн күреү,

Шаҡшылыҡтан булыу юғары,

Намыҫыңды

Ата-бабаларҙың

Сафлығында алыу һуғарып...

 

Тыуған саҡта тигеҙ бөтәбеҙ ҙә,

Хаҡыбыҙ ҙа бер иш йәшәүгә.

Әммә берәү йөктө төптән тарта,

Берәү килә бары мисәүҙә.

 

Бәғзе әҙәм,

Уңай шарты сыҡһа,

Күп нәмәгә даулай хаҡлығын.

Йөҙөн һытмай,

Әммә йәнен һата,

Бүтәндәрҙең тапап аҡлығын.

 

Үҙен ҡуймаҡ донъя кендеге итеп,

Илде талап, ерҙе яндырып,

Бүтәндәрҙе тотмаҡ мәхлүк итеп,

Тәнен иҙеп, рухын һындырып.

 

Выждан — ул дан түгел,

Табалмаҫһың,

Юлдарыңда ҡалһа юғалып,

Еңел булмаҫ ҡабат егелеү ҙә,

Намыҫыңды китһәң туғарып...

 

6

— Диңгеҙ аръяғында һинең һымаҡ

Бер ҡыҙ үҫә. Үҫһен, йәшәһен!

Арағыҙҙа әммә ҙур айырма —

Һатҡан уны үҙенең әсәһе...

 

— Нисек “һатҡан”? Кемгә?

Ниңә һатҡан?.. —

Ғәжәпләнә ҡыҙым был хәлгә.

Ауыр булыр бала күңеленә —

Табырғалыр, бәлки, бер хәйлә?

 

— Аңлатыуы быны бик оҙаҡ та,

Төшөнөрһөң үҙең үҫкәс тә,

Өлөшөңә сығыр дауылдарҙы,

Ут-һыуҙарҙы бер аҙ кискәс тә...

 

...Асыҡларға итәм мин был хәлде,

Аҡларға ла хатта күңелдән:

Шул аҙымы менән әсә ҡыҙын

Алып ҡалғандыр ас үлемдән?

 

Уларҙы инде алда нимә көтә?

Яҙмыштары ниндәй йәлләнес!..

Бала һатыу хәлде яҡшыртырмы,

Бирерме ул илгә йәнләнеш?

 

Ҡороһа әгәр күңел шишмәләре,

Әҙәмдәргә ҡунмаҫ бәрәкәт,

Эҙәрлекләр уны ғүмер буйы

Балаһына һалған йәрәхәт...

 

Ошо хаҡта гел дә уйлағанда,

Алыҫтарҙан бер моң һыҙыла.

Олағам мин тарих төпкөлөнә, —

Биттәремде шырлыҡ һыҙыра...

 

Халҡым минең

Борон-борондарҙан

Балаһына булған һөйөүен

Йырға һалып, тартҡан ҡурайында,

Наҙҙан ташып барғас күңеле:

 

“Ҡаҙ бәпкәләре лә һары икән,

Теҙелеп-теҙелеп һыуҙарға бара икән.

Йөрәк осҡайҙарын ҡан һауҙырған

Йөрәк ярып сыҡҡан да бала икән...”

 

Моң эйәһе һалһа шул йырына

Үҙ халҡының бөйөк аҡылын,

Бөгөн йәнә асты йәнендәге

Кеше һөйөүсәнлек асылын.

 

Кешегә ул шулай гимн яҙған,

Булмаһа ла ҡулда ҡәләме,

Илһөйәрлегенә дәлил булып,

Килеп еткән йыры-сәләме...

 

Күҙ йоммайым,

Батша заманында

Рәсәйҙә лә ҡыҙҙар һатҡандар,

Башын ашап күпме һылыуҙарҙың,

Яҙмыштарын мәңге ватҡандар.

 

Тик был хурлыҡ инде ҡабатланмай —

Ҡоротолдо уның тамыры,

Бөйөк Октябрҙә кешеләрҙең

Ҡараштары ҡалды яңырып.

 

Шунан бирле

Минең Ватанымда

Кеше — ил хужаһы һанала,

Һатылмай ҙа һис бер алтындарға,

Хәләл көсө менән таныла

Һәм намыҫы менән дан ала...

 

Өмөт тигән йөрәк дауаһына

Мохтаж саҡта тик бер йотомға,

Күпһенмәгән әсәй беребеҙҙе лә,

Бирмәгән балалар йортона.

 

Ирем юҡ, тип иңрәп ултырмаған,

Белмәгән ул эштән ҡалыуҙы.

Ҡатын-ҡыҙҙың шунда бөйөклөгө:

Һәр саҡ әсәй була алыуҙа.

Бер һыныҡты алтыбыҙға бүлгән,

Асыҡҡанда үҙенең ҡарыны,

Ауырлыҡты сабыр еңә белгән

Ауыл ҡыҙы —

Башҡорт ҡатыны.

 

Бөтәһен дә сыҙам күтәргәндәр

Оло данға хаҡлы әсәйҙәр.

Улар михнәтенә тере һәйкәл —

Ҡот һаҡлаған өйҙәр Рәсәйҙә.

7

“Ҡартатайым ҡайҙа?..” —

Ләйлә ҡыҙым,

Алҡымымдан ала һорауың,

Минең дә бит сонтор бала сағым

Һорауҙарға үтте уралып:

 

“— Атай ҡайҙа?..

— Һуғыш бөтмәнеме?..

— Ҡасан ҡайта атай һуғыштан?..”

Етемлекте булды онотҡан саҡ,

Тик булманы ҡасып һағыштан.

 

Тиҫтерҙәргә баҡтым гел көнләшеп,

Атайҙары атҡа мендергәс.

Ҡырыҫ булдым,

Тормош ҡара йәштән

Йәште ағыҙмаҫҡа күндергәс...

 

“Ҡартатай юҡ...” —

Ҡыҙым ошо һүҙең

Эй өҙгөләй хәтер ҡылдарын.

Һуғыш юлы урау булған да бит,

Тура уның шаңдау юлдары.

 

... “Ҡартатайым ҡайҙа?..” —

Ҡыҙым, уны

Бер һин генә түгел һораған,

Һорайҙар гел минән,

Ул ҡайҙа, тип,

Тыуған яҡҡа ҡайтып ураһам:

 

Көтә уны ҡалған бураҙнаһы,

Һағына һаман Ҡалтай туғайы,

Саҡыра сыңрап Турат ҡурайҙары,

Сырлап — Таңатарҙың турғайы;

 

Көтә Ҡыҙылүҙәк сейәләре,

Мәмбәттауҙың әсе баланы.

Һорай уны һалҡын Таналығы,

Шәфәҡтәрҙән ҡандай алланып...

 

Ҡартатайыңдың мин ҡайҙалығын

Ҡайтҡан һайын әйтәм уларға;

Ә улар ни

Барыбер күҙ терәйҙәр

Һалдат сығып киткән юлдарға...

 

8

Беҙҙең тормош тарих биттәрендә

Дау-яуҙарҙан ғына торғандай,

Сөнки яҙмышына һәр быуындың

Ҡырғын ауын һуғыш ҡорғандай.

 

Һәм нисә йыл үткәс,

Зәһәр еле

Килеп тейҙе кесе ҡыҙыма.

Тетрәп киттек йәшен һуҡҡан кеүек,

Баҫҡан кеүек усаҡ ҡуҙына.

Ҡотолғоһоҙ яҙмыш алға баҫты.

Эй КЕШЕЛЕК!

Үҙең һайлап ал:

Иртәгә Ер нимә булыр икән —

Гөл-Баҡсамы,

Әллә Хараба?..

 

Хәтәр хәл ул, ҡыҙым, уй ҙа етмәҫ,

Ә һин белеү тейеш быны ла:

Ерҙә кеше һаман шомда йәшәй —

Әжәл ҡылысы ятмай ҡынында.

 

Ҡара болот һымаҡ ҡабарына

Хас дошмандар ерҙең өҫтөндә,

“Һуғыш бөткән,

ҡандар йыуылған...” — тип

Ҡотолмаҡсы улар хөкөмдән.

 

Ҡорбандарҙың яҡты иҫтәлеген

Ашығалар саңға күмергә,

Иллә-мәгәр —

Сталинград, Брест кирбестәре

Көйрәй әле беҙҙең күңелдә!

 

Бөгөн сафта атлай ауғандар ҙа,

Уяу улар һаман, теп-тере,

Кәүҙәләре ерҙә ятҡанда ла,

Беҙҙә яна утлы хәтере.

 

Оноторҙар, тип, һеҙ шатланмағыҙ, —

Миндә йәшәй атай хәтере,

Тарихҡа ла, тыуыр быуынға ла

Мин еткерәм атай әйтерен...

 

...Маҡсатыңа, ҡыҙым, юл ярғанда

Иҫлә ҡартатайың данын да,

Алма кеүек алһыу таңдарыңда

Балҡый изге ҡаны уның да.

 

9

Арҡырығырҙа берәү бесән саба —

Бесән саба һалдат-ветеран,

Ейәндәр һәм ейәнсәрҙәр барға,

Эше лә бит уның бик ырам.

 

Ысыҡ ярып, ыҙан һалып төшә.

Йәштәр дауам итә ҡалғанын.

Тау битендә арта нур ептәре,

Бакуйҙарға бакуй ялғанып...

 

Ҡарай-ҡарай

Ауған үләндәргә,

Бер һыпыра һелтәй ветеран;

Эштән ләззәт табып,

Атайсалда

Бесән сабыу үҙе ни тора!..

 

Йәрәхәттән бигерәк,

Хәбәрҙәрҙән

Тыныс йоҡлай алмай ветеран:

Бүлгеләргә ерҙе өр-яңынан

Фашист фетнәләре ҡотора.

 

Ауыр уйҙар баҫа ҡарт яугирҙы;

Ул уйҙарҙан нисек ҡасаһы? —

“… Золом ҡала ерҙә,

Ейәндәргә

Ни килтерер уның ҡазаһы?..”

 

Утлы уйҙар уя йөрәктәрҙе,

Салғы йөҙөн йыртҡан таш һымаҡ...

Сал Ветеран!

Һеҙ бит беҙҙең өсөн

Күҙ өҫтөндә ятҡан ҡаш һымаҡ!..

Беләм, ығы-зығы баҫа ҡайсаҡ

Мәсьәләнең нигеҙ-төп яғын:

Асылда бит фашист ҡоллоғонан

Ҡотҡарҙығыҙ тик һеҙ донъяны...

 

10

Донъя тыныс. Йәйге тып-тын иртә.

Ҡояш сығыу менән ҡыҙарып,

Йыйылдылар Сәскә байрамына

Бар илдәрҙең вәкил ҡыҙҙары.

 

Кешелектең изге өмөттәре

Сәскә булып ерҙе уратты,

Ҡыҙҙар уны үргә күтәрҙеләр —

Йыһан йәйғоронда нур артты.

 

Сәскә ҡуласаһы Еребеҙҙе

Урал һырты буйлап уратты.

Төрлө телдә,

Әммә бер үк көйҙә

Киң ғәләмде иңләп  йыр аҡты:

 

“Ниндәй йәмле Сәскә байрамыбыҙ,

Ниндәй аяҙ бөгөн күгебеҙ!

Йәшәйек гел бергә, тотоношоп,

Ихлас булһын теләк-һүҙебеҙ!..

Төн ҡараһын Ҡояш еңгән кеүек,

Яуызлыҡты Кеше еңәсәк.

Өмөт менән баҡһын тыуыр көнгә

Әсә,

Ата,

Бала,

Киләсәк!.

1983 - 1985

 

[1] Поэма ике Германия берләшкәнсе яҙылғайны. Автор.