Өфө ямғыры

Йәшлегеңдә тороп ҡалдымы ни
Өфө күперҙәре, баҡсалар?..
Етәкләшеп театрҙан ҡайтҡан
Айлы кистәр, дәртле тансалар…
Йәшлегеңдә тороп ҡалдымы ни,
Ҡалдымы ни ситтә яҙлығып
Һине “ағыҙып” алып китә яҙған,
Күкрәп яуған Өфө ямғыры?..
Урам буйлап йәйәү йөрөгән саҡтар,
Бәхәсләшеп, моңһоҙ, ҡаңғырып,
Күләүектең баҫып күҙҙәренә,
Ҡойған саҡта Өфө ямғыры…
Һағынаһыңмы әллә үткәндәрҙе,
Дөрләп янған ялҡын сағыңды?
Уларҙы тик хәҙер көндәлектән
Эҙләп уҡыу ғына ҡалдымы?
Әллә инде ишетергә теләп
Өфө ямғырының шаулауын;
Яланаяҡ ике йәп-йәш ғүмер
Етәкләшеп ғорур атлауын…
Инде аҡты күпме гөрләүектәр,
Яуҙы шаулап күпме ямғырҙар…
Тик Өфөмдөң йылы бер ямғыры
Ҡолағымда бара яңғырап.
Ташҡын яһап, ямғыр, күкрә әйҙә,
Юлыбыҙҙы тағы киҫә бир.
Тик үтенәм: беҙҙе етәкләштер,
Яланаяҡ ике “иҫәр” ит!..