Нисек барһың, шулай ҡабул ҡылам...

Нисек барһың,
шулай ҡабул ҡылам,
Бер атылғас йәшен ялтламай.
Алма ла бит,
туңһа сәскәләре,
Тумаланмай, ҡабат яралмай.

Нисек барһың,
шулай ҡабул ҡылам,
Аҡҡан һыуҙар кире ҡайтмайҙыр,
Бер һыҙылғас инде йондоҙ юлы,
Ымһындырып күктә янмайҙыр.

Нисек барһың,
шулай ҡабул ҡылам,-
Йән йыуатыр һуңғы сарамды...
Уңалтырға йөрәк яраларын
Ниндәй генә дауа табырмын?..
Һинән башҡа дауа табаммы?..