Музей экспонаты

 

Ю.В.Калашниковҡа

 

Йоҡа тимерҙән эшләнгән

Ябай ғына ҡулйыуғыс,

Әммә уның яҙмышҡайы

Ғәжәйеп һәм ҡыҙғаныс...

 

Атай юлы утлы йылда

Яу ҡырына олғашҡас,

Ҡулйыуғыс аға башланы, -

Гүйә, уны тишеп үтте

Яуыз дошман ҡурғашы.

 

Йоҡа ғына тимер ҡумта —

“Яраланған” ҡулйыуғыс, —

Еңелерәк эшкә күсте —

Булды-ҡуйҙы хат һалғыс.

 

Атайҙан килгән хаттарҙы

Беҙ өйҙә булмағанда

Хат ташыусы һалып китә

Ҡулйыуғыс ҡумтаһына.

 

Окоп төптәренән килгән

Атай ҡулы йылыһын

Бөтәбеҙгә еткерергә

Һаҡлай ҡумта тырышып.

 

Өс йыл буйы әсәкәйем

Тимер ҡумта төбөнән

Бәхет тартып сығарғандай,

Шул хаттарға һөйөнә,

Шатлыҡ китмәй йөҙөнән!..

 

Бына бер кис әсәм ҡулы

Ҡумта эсен һәрмәгәс,

Бармағы, гүйә, өтөлгән:

Таныш өскөл урынына

Дүрткел конверт күренгәс!

 

Тертләп киткән әсәкәйем,

Йөрәккәйе жыу иткән,

Ул һиҙенгән: «Был дүрткел хат

Тигенгә түгел!..» — тигән.

 

Ҡулын тартып алалмағас,

Тап-тар ҡумта эсенән,

Ҡулйыуғыс та килеп төшкән

Айырылып сөйөнән...

 

Хаттар килеүҙән туҡтаны,

Урап үтте почтальон.

Ҡулйыуғыс ятты тутығып,

Сығарылды «посынан»...

 

Бөгөн күрәм:

Шул ҡулйыуғыс,

Музейҙа тура килеп,

Алыҫтан уҡ мине танып,

Ҡысҡырып тора кеүек,—

Утлы йылдар шаһиты.

 

Әй, ҡулйыуғыс!

Йөрәгемде

Сығараһың аҡтарып...

Эсең тулы өскөл хаттар —

Атайымдың хаттары!..