Муйыл көйәнтә

Әсәйем:
- Бер ҡыҙым кейәүгә китте,
Мине көйәнтәһеҙ итте.
Көйәнтәһеҙ генә итмәне,
Гүйә, ҡанатһыҙ ҡош итте…
Ҡайҙа булды икән,
Әллә һынды микән
Еңел генә муйыл көйәнтәм?
Ҡул аҫтына ғына
Ҡуйған кеүек булам,
Бала саҡтан тотҡан көйәнтәм…
(Берсә әсәм уйсан,
Балаларса һүҙсән,
Берсә йөрөй ярһыу, көйәлән.)

Мин:
- Эҙләмәсе, әсәй,
Муйыл көйәнтәңде,
Табалмаһаң – булыр үкенес.
Бала сағыңдағы
Көйәнтәңде эҙләү –
Мәңге үтәлмәҫлек үтенес.
Донъя мәшәҡәте
Иңдәреңде баҫып,
Өйөлгәндәр инде баш ашып.
Һин эҙләгән муйыл
Көйәнтәңде алып,
Ейәнсәрең йөрөй һыу ташып.