МУСА МОРТАЗИН (шәлкем)

 

Ғәйрәт

 

Ҡайнағандыр һиндә ажар ғәйрәт,

Булғанғалыр даулы заманың.

Шуғалыр ҙа халҡың, илең һиңә

Йөктө һалған, белмәй саманы.

 

Батша тәхеттәрен дер һелкетер

Ажар ғәйрәт — халыҡ ғәйрәте.

Шул ғәйрәтте һындырмаҡсылар бит,

Ҡол булырға ныҡыш өйрәтеп.

 

Муса батыр,

Һиңә күскәндер, тим,

Урал тауҙарының ғәйрәте.   

Кәмемәйме Урал ғәйрәте лә

Көн-төн  яҡҡас тәнен көйрәтеп.

 

Шымыу — әле түгел һындырылыу,

Күнеү — әле түгел үлеү ҙә.

Бөгөн инде етмәй тыуған ергә

Күҙ-йөҙ һыуын ғына түгеүҙәр.

 

Һәр ысыҡта — ҡояш урынына —

Һөрөм йөҙгәс атыр таңымда,

Тын ҡыҫылғас иркен еркәйемдә,

Нәфрәт ҡайнай башлай ҡанымда.

 

Телем,

Ерем,

Иркем тип янғанда

Ҡырҡ кәртәләр ҡалҡһа алдымда,

Муса рухлы ярһыу күҙәнәктәр

Баш күтәрә алһыу ҡанымда.

 

Хафа заман,

Әгәр кәрәк икән,

Ҡой һин ҡылыс ҡайнар ҡанымдан,

Ауыр мәлдә,

Әмәл ҡалмағанда,

Һурылып сығырмын мин ҡынымдан.

 

Һуңғы һүрәт

 

Халҡың, ерең, иркең өсөн ҡылған

Изге эштәреңә һауапҡа

1937 йыл

Тарттырғандар һине яуапҡа.

 

Һәр һуғылыу – һәр бер дошманыңдың

Ғүмере өсөн һинән үс алыу,

Йәлләттәрҙең ҡанһыҙлығы, гүйә,

Һинең өсөн – рухи көс артыу.

 

Ирәмәлдең имәнендәй кәүҙәң

Татығанда йәлләт ҡамсыһын,

Һин нығыраҡ аңлай барҙың шуны:

Халҡыңдың һин — бер ҡан тамсыһы.

 

Күпме тамуҡтарҙан үткәреп тә

Килә алмағас аныҡ йөрьәткә,

Һине «уҫал халыҡ дошманы», тип

Төшөргәндәр һуңғы һүрәткә.

 

Һуңғы һүрәт...

Күҙҙәреңдә һорау:

“Бөйөк халҡым!  Һиңә ни булды?..

Көрәш юлым яңылыш булды мәллә…

Һайлармын мин йәнә шул юлды...

Кисер мине...

Ләкин мин ғәйепһеҙ...

Нахаҡ, нахаҡ бөтә ялалар.

Дошманға тик кәрәк беҙҙең баштар…

Асыҡланыр... һуңлап... ялғандар...”

 

Һуңғы һүрәт...

Утлы ҡараштарың

Әрнеү тулы — бары ил өсөн,

Ғәрлек тулы — намыҫһыҙлыҡ өсөн,

Хурлыҡ тулы — һатлыҡ йән өсөн...

 

Һуңғы һүрәт...

Һағыш  тулы  күҙҙәр —

Хөкөмһөҙ ҙә беҙҙе ғәйепләр:

Нисәмә йыл ҡурҡыу биҙгәгендә

Манҡортлоҡҡа дусар хәтерҙәр...

 

Китап

 

Башҡортостан — азат, үҙе хозур,

Һин күтәргән йорттоң олоһо.

Сөнки уның нигеҙ таштарында

Ҡулдарыңдың ҡалған йылыһы.

 

Гөл-баҡсалай  булды  сал Уралың,

Бәхетстан итеп  күргәнгә.

Балаларың үҫте шул баҡсала

Береһенән  береһе гүзәлдәр...

 

Быға ҡәҙәр атлы яугир инең,

Тәжрибәле оҫта командир.

Булмышыңда баһадирлыҡ менән

Йәшеренгән һиндә ҡәләмгир.

 

Мәҙрәсәнән генә  башлаһаң да,

Яу эсендә эстәп ғилемде,

Китап яҙырға ла баҙнат иткән,

Форсат тапҡан комбриг беленде.

 

«Әҫәрҙәр»[1]ең өтә йөрәгемде,

Халҡыңа ул — һуңғы сәләмең.

Ҡаның менән улар яҙылған бит,

Күтәргәндә ирек әләмен.

 

Таралышҡан саҡта фекерҙәрең,

Һыбайлыһы ауған аттарҙай,

Һин уларҙы тағы йыйып алдың,

Теҙеп ҡаҡшау белмәҫ сафтарға.

 

Хыялдарың, һағыш, яҡты моңоң

Бәйһеҙ  аттай азат йәшәрҙәр...

Халҡың күңелендә урын тапҡан

Һәйкәл булып балҡый «Әҫәрҙәр».

 

[1] 1994 йылда “Китап” нәшриәтендә Муса Мортазиндың бер томлыҡ “Әҫәрҙәр” китабы донъя күрҙе. Автор.