Мәслихәт

Атҡарғанда изге эштәр халҡыма
Әйтте миңә олатайым: «Мәслихәт!»
Далам еле ҡағып һөйҙө: «Мәслихәт!»
Тауҙар ғорур башын эйҙе: «Мәслихәт!..»

Шул танһыҡ һүҙ ғүмер буйы оҙата,
Ҡыйын мәлдә күңелемде йыуата:
«Яҡшы эшең ҡалһа ерҙә, хәтерҙә,
Һиңә ҡарап, мине тағы әйтерҙәр...»