Мәрфуға әбей

Туҡһан туғыҙ йәшлек әбей тора
Юл ситендә, ҡапҡа төбөндә—
Тере тарих
Йәш заманға баҡҡан:
Ҡыҙыҡһыныу, һағыш—күҙендә.

Унан сәйер бер һүҙ ишеткәндәй,
Дөп-дөп тибә башлай йөрәгем:
«Һеҙҙең миңә бармы кәрәгегеҙ,
Минең һеҙгә бармы кәрәгем...»

Исемен һәм йәшен генә беләм,
Бүтәненә — һис юҡ сәбәбе.
Күҙҙәреңдә осҡон тоҡандыра
Таныш-белештәрҙең сәләме...

Эргәһенән үтһәм көн дә иртән,
Әбей ҡарап ҡала бик оҙаҡ,
Күҙҙәрендә уның — барса уйы,
Иренендә генә—бик-йоҙаҡ.

Маңлайында ҡөрьән сүрәһендәй
Еп-һыҙаттар—ғүмер ыҙаны.
Тупланғанын тоям ҡаҡса һында —
Илдең кисергәне, уҙғаны.

Теләк теләп үтәм:
— Торсо, әбей,
Һәйкәл кеүек ҡапҡа төбөндә!..
Тере тарих,
Тыуыр киләсәк тә
Йелп-йелп итә уның күҙендә...