Мораҙым мәмерйәһе

Мораҙым мәмерйәһенә
Хаҡ ниәттән инәһе,
Ташына терәп башыңды
Дуҫлыкҡа ант итәһе.

Бында, имеш, йәшәй тиҙәр,
Саф мөхәббәт эйәһе,
Мораҙым мәмерйәһендә
Бар йөрәктән һөйәһе.

Мораҙым мәмерйәһенә
Тағы ла бер киләһе.
Юғалған дуҫлыҡ һуҡмағын
Эҙләп табып үтәһе.