Мәңгелек саҡырыуы

Мәңгелек саҡырыуы

 

Көн байышы менән сығышының

Иң ҡыҫҡарған мәле — аҡ төнө.

Эңер тиһәң, таң беленеп килә,

Ерҙең әле тынған саҡ өнө.

 

Үҙ ағышын белеп, Йүрүҙән дә

Ҡабаланмай ғына һыу ташый.

Өф иткән юҡ. Шылт иткән юҡ.

Һиллек.

Ойоп тора урман, быу һағып...

 

Тап шул мәлдә тын һауаны ярып,

Бер иҫәүән кәкүк саҡырҙы.

Яңғыҙ башы ҡалып зарығамы,

Ташлап киткәндәрме бахырҙы...

Юҡсы, иҫәүәнгә оҡшамаған

Һәм түгел дә, ахыры, яңғыҙы,

Тауыш бирҙе шундуҡ әхирәте,

Шырлыҡ ҡына ҡуйҙы  яңғырап.

 

Унан... китте, китте тауыш биреш,

Бер-береһен тыңлап-ярышып,

Һиҙгер тойоп,

Моңдан  ғына ҡойоп,

Һанайҙар бит ғүмер ағышын!

 

Әллә  ерҙең йөрәк тибешеме,

Һулҡып-һулҡып сайҡай һауаны,

Әллә мәңгелектең саҡырыуы,

Йыһандарҙан килгән ауазы...

 

Эй тәбиғәт ҡошо — моңло кәкүк,

Кемдәргәлер ғүмер юрайһың,

Рәхмәт һиңә,

Ишетһендәр генә,

Ғүмерҙәре берүк оҙайһын!

 

Юҡ, һин, кәкүк, белмәй

саҡырмайһың -

Анау тауҙа, һунар  өйөндә,

Геү килделәр йәштәр төнө  буйы,

Рюмкаларға ҡойоп ғүмерҙәрен.

Зиһендәрен ыҫлап төтөндә...

 

Иҫ китмәле һиллек. Аҡ төн. Йылға.

Урман. Тауҙар. Урал ғәжәйеп!..

Ниңә генә әҙәм

шул мөхиттә

Яҡынайта үҙе әжәлен...

Тыңлаһасы кеше Тәбиғәттең

Сихри моңон, имен шауҙарын...

Ишетһәсе таңда

Мәңгелектең

Беҙҙе  саҡырыуын, ауазын...

Ишетһәсе...