Миңеште

 

Башҡортостандың халыҡ  шағиры 

Назар Нәжмигә.

 

«Мин бер ябай ғына ауыл», — тиеп

Минең менән күпме еңештең,

Нишләр  инең һиндә Назар тыумай,

Пушкин тыуһа әгәр, Миңеште?

 

Бөгөн белдек:

Ниндәй аҫыл төйәк —

Шағир тәпәй баҫҡан урындар,

Ул ер һөргән, ураҡ урған ҡырҙар,

Бесән сапҡан хәтфә  болондар!..

 

Еңмеш улың — Хәбибназар тыуған

Был сатлама селлә  айҙарҙа

Атлы-атлы затлы ҡунаҡ килде

Ут күршенән, алыҫ яҡтарҙан...

 

«Зәм-зәм шишмәһе» тип Аҡшишмәңде

Атаныҡ беҙ – ябай инеште.

Бөгөн инде “Шағир Мәккәһе”нә

Әйләндең һин, моңло Миңеште.

 

Урал үҙе оҙон көй һуҙғанда

Башҡорт ҡурайҙары туҙамы?!

Манаранан аҙан әйткән ерҙә

Назар тыумай Пушкин тыуамы?!

 

Һәр халыҡ бит бирә үҙ Пушкинын,

Иртәме ул, һуңмы - асылыр.

Йөрәк уты, талант азатлығы

Сәсәнлектә тапһа асылын.

 

Тик бөйөк зат тыумай буш урында,

Ул - емеше әсе хаҡлыҡтың,

Ул бит - улы үҙе яҙмышына

Үҙе хужа булған халҡыңдың.

 

Эй, Миңеште - тере тел бишеге!..

Кем теленән биҙгән – уңмаған.

Рәхмәт һиңә - һиндә Назар тыуған,

Әл дә һиндә Пушкин тыумаған…

февраль, 1993.