Мин йәшәүҙе раҫлайым

Мин йәшәүҙе раҫлайым

 

Далаларым, тауҙарымдың

Мин бер улы — атлайым.

Һүҙем менән, йырым менән

Мин үҙемде раҫлайым.

 

Матурлыҡҡа һоҡланам да

Инсафлыҡты яҡлайым.

Һүнмәҫ йәшлек дәртем менән

Мин һөйөүҙе раҫлайым.

 

Йәнгә май булып яғыла

Туған телем, наҙҡайым,

Әсәм теле менән ерҙә

Мин телемде раҫлайым.

 

Йырым менән, ҡурай менән

Ҡитғаларҙы айҡайым.

Телем,  Урал тауым менән

Мин халҡымды раҫлайым.

 

Һәр сәскәнең төҫ-биҙәген,

Һәр ҡош моңон һаҡлайым:

Ерҙә үҙаллы йәшәүҙе,

Татыулыҡты яҡлайым.

 

Үҙем өсөн генә түгел

Йырларға тип баҫҡаным,

Тиңдәр араһында тиңмен, —

Башҡортомдо раҫлайым.

 

Телем менән, йырым менән

Милләтемде һаҡлайым,

Уралымдан моңланам да

Мин йәшәүҙе раҫлайым...