Мәғәнәһе барҙыр сыуаҡ көҙҙөң...

Мәғәнәһе барҙыр сыуаҡ көҙҙөң
Һуңғы сәскәләрен өҙөүҙең:
Ҡыҙый тоя, ахыры, сәскәләрҙән
Өтөп барған утын һөйөүҙең.

Йомарт көҙҙөң һаран сәскәләре
Ашыҡмайҙар әле һулырға.
Әммә ҡырыҫ баҫып ҡырау килер
Таж-керпектәр илар туңыр ҙа...

Сыуаҡ көҙҙә һуңғы сәскәләрҙең
Һағышынан күңел тулышты.
Гүйә, улар
ғүмер көҙҙәрендә
Мөхәбәттең һуңғы һулышы,
Мөхәбәттең һуңғы һулышы…

Йомарт көҙҙөң һаран сәскәләре…