Мәғдән нуры

Аҡъяр тау колледжына
Исмәғил Тасимов исеме бирелеү
айҡанлы ҡотлау.

Ерҙә мәғдән эҙләү, ғилем эстәү
Өҫтөн булғанғалыр ҡәғбәңдән,
Башҡорттарың һине эҙләп тапты,
Артыҡ күреп барлыҡ мәғдәндән.

Батша өсөн һин - бер “наҙан башҡорт”
Белеклерәк булып сыҡҡанһың:
Осҡонланһын милләт улы, тиеп,
Күңелдәрҙә саҡма саҡҡанһың.

Ғәйнәләрҙә, Ҡуян ауылында,
Тыуған булһа изге есемең,
Күҙ күрмәгән, ҡолаҡ ишетмәгән
Далаларҙа бөгөн исемең.

Исемең хәҙер ҡот асҡысы кеүек,
Далаларҙың яҙа яҙмышын.
Аҫты тулы алтын-көмөш тә бит,
Кем ҡулына ҡалыр булмышы?

Мәғдән серҙәренә эйә була
Бар тарафтың ата балаһы.
Төйәгемдә тыуыр Тасимовтар,
Руда бирер иген далаһы.

Вәғәҙә итеп тауҙай байлыҡ, аҡлыҡ
Мәғдән нуры яуа далаға.
Тасимовтар нигеҙ ташын һала
Далалағы ожмах ҡалаға.
12.06.2006.