Матбуғатым

Матбуғат ул - миңә яҡын туған,
Хәбәр итәм шуны мин илгә:
Атам-әсәм кеүек,
бәләкәстән
Яҡты нурын һипкән күңелгә.

Матбуғатым, - яҡын дуҫым минең,
Кәңәшсем дә ерҙә, моңдашым,
Һүҙ көсөнөң һиндә - тос йәҙрәһе,
Һүҙ гөлөнөң - атыр мең тажы.

Матбуғат, һин тоғро серҙәшем дә,
Хис-тойғомдо һиңә сисәмен,
Иң мөҡәтдәс һүҙҙе табыр өсөн
Кисмәҫ ут-һыуҙарҙы кисәмен.

Матбуғатым, тоям һулышыңдан
Заманымдың йөрәк тибешен,
Һинең менән бергә тартам әле
Киләсәктең ҡаты керешен!..

Матбуғатым! - Яҡын туғаным һин,
Меңдәрҙең һин уртаҡ туғаны
Булһаң да,
Мин - үҙемдеке, тимен,
Һүҙ даръяңда мәңге тулғанып!..
2002.