Маҡтау хаҡында

Бер ялағай, менеп трибунаға,
«Үлтергәнсә» маҡтай ағайын,
Төкөрөктәрен сәсә, сәсәп китә,
Залға ҡарап ала һағайып.

Йәнәһе лә, ағай аттарының
Береһенән береһе шәберәк,
Тыумыштан уҡ сифат ҡашҡаһы бар,
Баһалары ғына кәмерәк...

Ә ағайы — риза, уға рәхәт,
Маҡтауҙарҙан майҙай ирегән,
«Тыйһаң, — ти ул, — булыр әҙәпһеҙлек»,
Ултыра башын һалып тилегә.

Туҡтатырға һис тә уйламай ул,
Маҡталыуҙан туймай, оялмай,
Бөйөклөктән дүнә белмәгәндәй,
Ялағайҙы ла ул тыялмай.

Маҡтау һүҙе... Уның сихри көсө
Ниндәй йөрәктәргә уҙмаған,
Кемдең генә йәнен арбамаған,
Кемдең генә холҡон боҙмаған!..

Һәр быуаттың тыуған ялағайы,
Һәр осорҙоң — үҙенең ҡуштаны.
Бөгөн улар яңы битлек кейер,
Һәр уңыштан барһаҡ хушланып...

Эй, дуҫтарым!
Күҙ һалайыҡ әле:
Беҙ һаман да мохтаж яҡлауға —
Яманлыҡҡа күптәр ҡаршы тора,
Ҡаршы тормай ниңә маҡтауға?

Арабыҙҙа йөрөгән ялағайға
Кейҙерергә ине ауыҙлыҡ.
Кешеләрҙең башын әйләндергән
Маҡтау ҙа ул — шул уҡ яуызлыҡ!