Ләйлә менән Мәжнүн

 

 

Ҡайҙан килдең, ҡайҙан индең

Елкендереп йөрәгемде?!

Мин бит һине тап итмәнем,

Күпме юлдар йөрөһәм дә.

Ҡайҙан белдең, ҡайҙан индең

Йөйөн табып йөрәгемдең?

Һөйөүемде эҙләгәндә,

Тик үҙеңдең кәрәгеңде

Ҡайҙан белдең?

Ҡайҙан килдең,

Мөлдөрәмә шатлыҡ тулып?

Әллә һулар һауам булып,

Ҡояштыңмы нуры булып

Миңә индең?..

Ҡайғым бүлдең

Ҡап уртаға, икебеҙгә:

Беребеҙ — ер, беребеҙ — һауа,

Беребеҙ — Мәжнүн,

Беребеҙ — Ләйлә.