Ҡыҙғатау

— Туғайҙарҙы төйәк иткән ҡошом,

Исемкәйең ниңә ҡыҙғатау?

Исемкәйең төшһә иҫтәремә,

Ниңә ауыр уйҙар ҡуҙғата?

Зарлы ҡошҡай!

Ос, һин, ос ҡысҡырып,

Шаңғырып та китһен туғайым.

Туғайымдан барып бер урайым,

Моңло йырың ҡалһа юғалып...

 

* * *

Ир-егеттәр колхоз өмәһендә

Тирләп-бешеп һалған тимерлек;

Ҡатын-ҡыҙҙар ҡырҙа кәбән ҡойған,

Гүйә, бәхет ҡойған ғүмерлек.

Туғайҙарҙы сыр-сыу яңғыратып,

Ҡыҙғатауҙар бала сығарған.

Ҡыҙ-ҡырҡындар ярыша-йүгерешә

Күбә өйгән, туғай сыбарлап...

Шул саҡ дауыл ҡубып,

һәр үләнгә

Һуғып үткәс һуғыш хәбәрен,

Өҫтә торған әсәм түбән төшкән,

Ослап бөтә алмай кәбәнен,

Аяғына сәнсеп һәнәген...

Иртәгәһен ауыл,

һурылып сығып,

Оҙатып ҡалды яуға ир-атты,

Күк дөмһәрҙе,

Көндәр йәшкәҙәне —

Туғайҙарҙы ташҡын һыу баҫты,

Һыу аҫтында ҡалғас оялары,

Ҡыҙғатауҙар сыр-сыу илашты...

Беҙ уйнаныҡ үлмәҫ Чапай булып,

“Дошман” менән ҡый-ҡыу алыштыҡ…

 

***

Көҙө-ҡышы ул йыл бергә килде

Һәм өҫтәне михнәт-ыҙаны,

Таш та түҙмәҫ ине ул һынауға,

Ә әсәйҙәр йәне сыҙаны.

Ул йылдарҙың оло һынауҙары

Маңҡа малайҙарҙы ир итте.

Ҡарт-ҡамҡыны илгә таяу итте…

Бары өмөт йәнде иретте.

 

***

Ағайға ла бына сират етте

Атай эргәһенә — фронтҡа. . .

Кескәй ҡыҙы — Гөлнисаһы менән −

Еңгәм ҡайтты беҙгә − баш йортҡа.

Еңгәм менән ярышып эшкә барам,

Таң һарыларынан уянып.

Иген таҙартабыҙ “фронтҡа!” — тип,

Атай-ағайға!..” — тип, ҡыуанып.

Ырҙындан һуң еңгәм йәнә эштә —

Таналары көтә һарайҙа —

Төнөн тағы, күҙ нурҙарын түгеп,

Ойоҡ-бейәләй бәйләй ағайға.

Оҙон төндә еңгәм моңланғанда

Һулҡый йөрәк. Ҡылмаҡ ни сара?!

Заманының күпме йөгөн алған

Ҡаҡса иңдәренә бисара. . .

 

***

Бер кис еңгәм, ҡобараһы осоп,

Ҡайтып инде. Моңһоу, күшеккән.

Ҡайҙа уның уттай етеҙлеге,

Күҙ ҡабағы ниңә шешенгән?

Һеңлекәшем уны күрмәй ҡалды,

Ҡурсаҡ уйнап түрҙә тын ғына:

(Ә ҡурсағы, баҡһаң, күҙен йоммай,

“Әсәкәйен” һис тә тыңламай.)

“Йоҡла, йоҡла, йом күҙеңде,

Тулама.

Әсәй ҡайтыр, атай ҡайтыр,

Илама...”

Шул саҡ еңгәм, шәлен битенә ҡаплап,

Тышҡа атылды. Ишек шар асыҡ.

“Ни булды икән? Әллә ағай?.. Юҡ, юҡ...” –

Күңелемде ҡапыл шом алды.

Ергә эңер ятты.

Көнбайыштан

Өрә көҙҙөң әсе елдәре.

Хәүеф тойоп ҡасҡан бытбылдыҡтар

Ҡауланлыҡта сарлай телдәрен:

“Быт-былдыҡ! Быт-былдыҡ!..

Күп булдыҡ! Юҡ булдыҡ!.."

Ҡапҡа. Ситән ҡойма. Еңгәм тора.

Яурындары дер-дер ҡалтырай...

Күкте ҡаплап ҡара болот килә,

Һаҙағайҙар шомло ялтырай.

Томра һауа...

— Еңгәм, нимә булды?

Фермаламы әллә бер-бер хәл?..

— Юҡ, юҡ, ҡәйнеш, эштә бер ни ҙә юҡ.

Тик Гөлниса... Һин дә, бигерәк йәл.

Еңгәм ҡарай ниңә ялбарыулы,

Йөҙҙәрендә ниңә һыҙланыу?

Күңелдәрҙең анһыҙ тулған сағы —

Кәрәкме ни бында ҡыҙғаныу?

— Ағайыңды... —

Кинәт төндөң йөҙөн

Телеп үтте йәшен ҡамсыһы;

Ярылды күк, сөбөр-сөбөр аҡты

Түбәләрҙән ямғыр тамсыһы...

— Еңгәм?! —

Шаулап өҫкә ямғыр ҡоя,

Күҙ асҡыһыҙ ялтлай ут- йәшен...

— Ағайыңды... Ҡәйнеш ... —

Еңгәм үкһей...

Йыһан түгә нәфрәт күҙ йәшен.

Йәһәннәмдән дауыл ысҡынған да

Ухылдатып һуға ҡапҡаға...

— Ағайымды әллә?.. Буштыр, еңгәм… —

Күк йөҙ түбән миңә ҡапланғандай,

Ҡосағына төндөң ташланам...

 

* * *

“Быт-былдыҡ! Быт-былдыҡ!

Күп булдыҡ! Юҡ булдыҡ..!”

 Ҡолағыма инә таныш тауыш

Берсә алыҫ, берсә яҡындан.

Тирә-яҡ тын. Инде дауыл үтте...

Был таныш моң нимә хаҡында:

“Быт-былдыҡ! Күп булдыҡ!

Юҡ булдыҡ..!”

Ҡауланлыҡта әллә аҙашҡанмы

Бүҙәнәнең яңғыҙ балаһы?

Үҙ түгелме ҡошҡа был типһен ер —

Йәйрәп ятҡан ҡылған далаһы?..

 

***

Яҙғы ҡояш. Туғай, һеңлем менән

Йүгерә-йүгерә йыуа йыябыҙ.

Йыуа уңған! Өйҙә көткәндәрҙең

Ҡыуанырын алдан тоябыҙ.

Күбәләктәр оса, беҙҙе уратып,

Бал ҡорттары тырышып бал йыя.

Баш осонда ғына бер ҡош оса —

Балаларын ҡурсый был ҡыян!

“Ҡыҙғатау! Ҡыҙғатау! Ҡыҙғатау!..

Ғатау-ғатау!..” — тип, эй, һөрән һала,

Исеме лә шуға ҡыҙғатау.

— Эй ҡыҙғатау, юҡҡа хафаланма,

Йөрөмәйбеҙ оя туҙғытып!. .

Тамаҡ туйғас, хәсрәт онотолдо,

Ҡыҙғатауҙар осто ҡағынып.

Тел төбөнә төшкән йыуа әсеһе

Баҫҡан кеүек әсе ҡайғыны ...

 

***

Бик күп йыуа таптыҡ.

Көтмәгәндә

Ҡаршыбыҙға килә бер ҡарсыҡ.

Мин таныйым:

Ул бит күрше ауылдан.

Сал йөҙөндә тәрән йыйырсыҡ.

Өйө лә юҡ уның. Яңғыҙ башы.

Тапағаны — кеше тупһаһы.

“Баҡшы әбей” тиҙәр ...

Әле ҡапыл

Беҙҙең алға килеп туҡтаны.

Телдәр һеңлем шунда был ҡарсыҡтан

Һорай ҡуйҙы үҙенең бер уйын:

— Инәй, бер туҡтамай был ҡыҙғатау

Ни ҡысҡыра оҙон көн буйы?

Ҡарсыҡ, күҙен ҡыҫып, оҙаҡ итеп,

Сәнсә ҡарап торҙо һеңлемә.

Мин һағайҙым: уҫал “Баҡшы әбей”

Әллә нәмә юрар, кем белә?..

Ҡарсыҡ әйтте:

— Борон-борон заман

Бер ҡыҙ бала тапҡан ҡыҙғатау.

Тапҡан ҡыҙын яуыз бер ҡарсыға

Алып киткән, оя туҙғытып!..

Шунан бирле инә ҡыҙғатауҙың

Телендә һүҙ ҡалған: “Ҡыҙ алам!..”

Шуға ла бит ана, ҡыҙғатауҙар

Гел ҡысҡырып оса: “Ҡыҙ балам!

Ҡыҙ алам! Ҡыҙ алам!..”

Шомло тауыш менән ҡарсыҡ һаман

Ҡарсығалай килә һеңлемә:

— Һине алам, ти бит ул ҡыҙғатау,

Оҡшағанһың уға һин генә...

 

Бер ҡыҙғатау йөрәк өҙөп илай,

Ҡарсығанан ҡурсып балаһын...

Ә һеңлемдең шул саҡ төшөп китте

 Яулығына төргән йыуаһы.

Эйелде лә шоморт күҙҙәрендә

Мөлдөрәгән йәшен баҫырҙы...

Ҡыҙғатау ҙа тынды, гүйә, уға

Ас ҡарсыға тырнаҡ батырҙы...

Туғай йыуаһы ла әсе булды,

Әсе күҙ йәш быуғас тамаҡты.

 Ҡыҙғатауҙар тауышы ҡолағымдан

Китмәй торҙо... Күпме һыу аҡты...

Күпме яҙҙар, күпме таңдар атты,

Көндәр була барҙы гел яҡты. . .

 

***

Һеңлекәшем, ғәзиз һеңлекәшем,

Үгеҙҙәрҙе шәберәк ҡыуала!

Ысҡындырма ҡулдан баш ептәрен,

Үгеҙҙәрең юҡһа тыңламаҫ.

Үгеҙҙәрең йыуаш, үҙең кеүек —

Ҡарт Алағош менән Селтәрбаш.

Шул ығыштарҙы ла тыңлата бит —

Әйҙәп барған була, көлтәбаш.

Бураҙнаға батмай-батмай атла,

Аяҡтарың туңыр тупраҡта.

Бер тына ла туҡтар әмәлең юҡ,

Ел осорған еңел япраҡтай.

Атла, атла, һеңлем, туҡтай күрмә,

Үгеҙҙәрҙе әйҙә сосораҡ.

Һинең арттан, ана, иген шаулар,

Бураҙналар ҡала боҫорап.

Атла, атла, һеңлем, батмай-батмай,

Икмәк кеүек йомшаҡ тупраҡтан.

Бураҙнала берүк ҡолай күрмә,

Үгеҙҙәреңде һис туҡтатма!..

 

***

Сыбыртҡыһын шарт- шарт шартылдатып,

Әмерхан да ҡыуа үгеҙен,

Малҡайының яҫы һыртында ул

Рәхәтләнеп бара: “Күрегеҙ!

Етәкләп тә маташмайым әле

Сос йөрөйөм үгеҙ башында...”

Онотмай ул ситкә атырға ла

Сыбыртҡыға бәйләп ташын да.

Әмерхан ни күрә: йәнәшәлә

Гөлнисалар һөрөп баралар,

Үгеҙҙәре берҙәм генә тарта,

Ер ҡыртышын ҡалай яралар!

Башлыҡ бауын усына урап тотоп,

Алдан атлап бара Гөлниса,

Һабан менән ҡуша үгеҙҙәрҙе 

Һөйрәп бара кеүек Гөлниса.

“Шул ҡыҙ башы менән нисек инде

Уҙмаҡ була мине һабанда?

Үҙ ағайы менән һөргәс, ул шәп,

Ә Әмерхан артта һаман да

Ҡалһын, имеш... Юҡ, егетлек түгел

Гөлнисаны алға уҙҙырыу!..” —

Әмерхандың сыбыртҡы осонан

Бер таш осто шунда һыҙғырып.

Гөлнисаның ҡапыл күҙ алдында

Сайҡалғандай булды бураҙна,

Һынған үлән кеүек, ергә ауҙы,

Ҡанлы йәрәхәткә түҙә алмай.

Сәмләнеп таш атҡан Әмерхандың

Йәш күренде ҡурҡҡан күҙендә.

Гөлнисаның,

Ҡояш нуры кеүек,

Бураҙнаһы шунда өҙөлдө...

 

***

Сыҡҡан һайын күкшел туғайҙарға,

Өҙәм танһыҡ ҡаҡы, йыуаны.

Бында һаман оса ҡыҙғатауҙар,

Ҡурсып балаларын, ояһын.

“Ҡыҙғатау! Ҡыҙ балам! Ҡыҙ алам!..”

Туҡта!

Әллә тағы ҡыҙғатауҙар

Ҡысҡырамы ҡурҡып үткәндән?

Юҡ, юҡ, йөрәк, зинһар, тыныслансы,

Күңелемә һеңеп бөткән дә

Тормош зары...

Инде ҡыҙғатауҙар

Тыныс оса, бала сығара.

Тик ирмәк моң улар тауышында,

Туғайҙарҙы имен сың яра...

 

***

Ҡулда — ос һәнәге.

Кәбән һалам.

Һеңлекәшем — кәбән башында.

Ул — Көнһылыу түгел зар иларға

Таштуғайҙың ҡурғы ташында —

Һеңлекәшем кәбән башында!

 

Сәскә кеүек буйға еткән ҡыҙҙар,

Сыр-сыу килеп, бесән күбәләй.

Уйнағандай ҡояш нурҙарында,

Ураланып оса күбәләк,

Күбә һайын — ап-аҡ күбәләк.

 

Ҡыҙғатауҙар, ташлап ояларын,

Балаларын инде осора.

Күк ҡарсыға күктә ҡыйылып үтһә,

Туғай телгә килә, борсола:

Күтәрелә һанһыҙ ҡош баҙары,

Болот кеүек ҡаплап күк йөҙөн.

Ҡыҙғатауҙар йыры, бер йәм булып,

Күңелдәрҙе наҙлай көн оҙон...

Йәйгә генә килеп китһәләр ҙә,

 Ҡоштар күрә йәшәү әмәлен...

Беҙ ҡоябыҙ кәбән,

Һеңлем төшмәҫ,

Бөтмәйенсә ослап кәбәнен,

Бер башлаған бәхет кәбәнен...

 

***

 

Туғайҙарҙы төйәк иткән ҡошом,

Исемкәйең ниңә ҡыҙғатау?

Исемкәйең төшһә иҫтәремә,

Йөрәк яраларын ҡуҙғата…

Зарлы ҡошҡай!

Ос һин, ос ҡысҡырып,

Һиҫкәнеп тә китһен туғайым.

Бер аҙ бушап донъя ғәмдәренән,

Үткәндәрҙән барып урайым. . .

 

1968