Ҡыҫҡа шиғырҙар

***

Батша – батша инде,

ҡолағас та

ҡараштары менән йән тапай.

Ҡанына уҡ һеңгән хакимлығы:

мин-минлеге, тәкәбберлеге,

 аҡһөйәклек, ҡуҡыр ҡиәфәт,

ҡараларҙан өҫтөн һиҙеүе,

ҡаяларҙан бейек йөҙөүе,

Һәр ихластан көҙөк эҙләүе...

Үс ҡаяуы менән йән талай,

Үҙен һаман батша тип һанай...

 

***

 

Буйға бер аҙ кесерәйеп,

Тартылып киткәм икән,

Ул – уйҙарға байығыуҙан,

Хыялдарға тейенеүҙән,

Күктәргә менеүемдән!..

 

Һин ҡорһаҡ үҫтергән икән,

Өрөлөп һимергән икән,

Ул – уйҙарға һайығыуҙан,

Хыялдарҙан арыныуҙан,

Май бөргән йөрәккәйең дә

Хискә тилмергән икән...

 

***

 

Артта тороп ҡалдың инде, дуҫҡай,

Ҡыуып етеп булмай Ваҡытты.

Бер ҡыйралғас, ул бит яңы булмай,

Ҡоршап тотонһаң да ватыҡты.

Ватыҡ – ватыҡ инде, йәме киткән,

Бөтөнлөгө бөткән һауыттай,

Ҡыҙлығынан яҙған һылыу ҡыҙҙай,

Йомортҡаһын ярған тауыҡтай...

 

***

Саба-елә ғүмер толпарҙары,

Эйәреп кенә булмай артынан.

Эйәрендә ҡалған дуҫтар кәмей,

Эйәһеҙ аттар миңә тартыла.

Матур мәлдәр мөлдөрәп тороп ҡала,

Гөлдәр ҡоя һуңғы сәскәһен.

Баҡсаларҙа емеш тумалана...

Ҡайҙа, туған, һинең сәскәнең?..

 

***

Һаташтырһын февраль бурандары,

Аҙаштырһын хистәр бураны,

Мин йәнемде йәнә ҡыуалармын

Быраҡтырып ғәфләт юрғанын.

Йондоҙҙарҙан һине ҡарармын да

Уралымды тағы урармын,

Аҙаштырһын әйҙә бурандары,

Һаташтырһын хистәр бураны...

 

***

Фекерҙәрем яна май шәм булып,

Уй-хыялым ҡапты ҡамауға,

Зиһендәрем сарыф ваҡ-төйәккә,

Дәрт-дарманым ауа канауға.

Тирә-яғым тулы ғәрип, сәрхүш,

Аҫыл ирҙәр оса тамуҡҡа,

Ағыу ҡабып ауа,

Аҫылына

Йә төңкәлә тиле экранға...

 

***

Бахыр ҡатын!

Ҡаты ҡайғыларҙы

Үткәрәһең уйһыҙ, ауан, шартлы.

Шуғалырмы, утлы туҫтаҡтарҙы

Түңкәрәһең һанһыҙ, бер-бер артлы?!

Сарсауҙарың баҫһаң хәмер эсеп,

Ут һүндергән кеүек бензин һибеп,

Есемең көл булыр,

әсә заты,

Йәнең сүллек ише ҡалыр кибеп...

 

***

Юғалтыуыбыҙҙың аянысы:

Инде һине мәңге күреп булмай,

Серҙәр сисеп, балдай иреп булмай,

Ҡанаттарҙы ярһып киреп булмай.

 

Бәлки, шулай яҡшылыр ҙа әле,

Тораһың бит гел дә һағындырып,

Йөрәк хисең менән ҡабындырып,

Сәсән һүҙең менән табындырып...

 

***

Ауылдаштар берәм-берәм кире ҡайта –

Таңатарҙы, тыуған ерҙе, һағынғандар,

Ахыр сиктә, “изге ер”, тип, табынғандар,

Донъя ҡыуып төңөлгәндәр, абынғандар…

Ауылдаштар берәм-берәм кире ҡайта,

Тыуған ергә шым-шым ғына ҡайтып ята,

Өнһөҙ-телһеҙ, күҙҙе йомоп, кәфен кейеп,

Ер алдында тойоп ғәйеп, ҡылып  хата…

Ауылдаштар берәм-берәм кире ҡайта…

 

***

Хаж сәфәрҙәренә барыр инем,

Милкем булһа, булһа форсатым,

Бер вайымһыҙ йөрөп ҡайтыр инем,

Ҡанатланыр ине хөр затым.

Тыуған яҡҡа ҡайтып, саждә ҡылып,

Хажға барған кеүек йөрөргә.

Теләр инем, әгәр мөмкин булһа,

Бала саҡтан ҡабат күрергә.

 

***

Кеше эсен ярып ҡарап булмай,

Теләгәнең булмай гел генә.

Тик йөрәген ярмай ғына уның

Яҙыҡтарын алға теҙ генә.

Теҙә алмаһаң алға тиҙ генә,

Хаталанғаныңды бел генә.

 

***

Нурлы туғай моңға тулған,

наҙға сумған;

Туғай тулы – айлы гөлдәр,

ғәжәп өндәр…

Гөлдәр сафмы ай нурында

ҡойонғанға,

Ай яҡтымы ерҙә гөлдәр

ҡыуанғанға?!

 

***

Ҡар йомарлап алып устарыңа,

Ҡар иретеп, тамсы тамыҙҙың.

Шул һыныңда ҡуйҙың хәтерләтеп

Таштың йәшен һығыр батырҙы.

Ҡар иретеп, тамсы тамыҙҙың да

Бер йөрәктә осҡон ҡабыҙҙың.

 

***

Һеҙләр һымаҡ шамбыланып

йәшенмәнем ҡом-ләмгә,

Һеҙләр һымаҡ шомбайланып

йәбешмәнем келәмгә.

Һеҙләр һикелә ятҡанда

беҙләр ятһаҡ иҙәндә,

Һеҙләр тун кейгәндә, беҙгә

ил кейҙерҙе еләндәр!..

 

***

Әйләнгеләп йөрөй имән тирәһендә,

Һөйләнгеләп ала иман тураһында.

Имән белмәй: ҡара эсле ул бәндәнең

Һатҡанлығын күптән инде иманын да,

Яҡҡанлығын йөрәгендә имәнен дә.

 

Ут

 

Ут эҙләп, аҙашып килер бар, -

Уттарҙы кистәрҙән яғығыҙ.

Йөрәгем һүнмәгән,

дуҫтарым,

Утымдан һеҙ мине танығыҙ.

Юғалһам –

Утһыҙ ҙа табығыҙ.

 

Кәмә

 

Беҙ – кәмәлә,

Беҙ бит бөтәбеҙ ҙә

Бер кәмәлә йөҙөп барабыҙ.

Башты ташҡа орор өсөн дә бит

Бөтәбеҙҙең дә бер самабыҙ.

 

Эҙ

 

Ерҙән әле ныҡлы атлап барам,

Эҙем ҡала асыҡ, баҙыңҡы.

Тик мин һауаланып осонманым,

Ерҙән барҙым, булдым баҫыңҡы.