Ҡырҡтытау ыҙғары

Бурандар һай хәтәр бында:
Тауҙарға зәхмәт ҡуна,
Ҡаялар иңрәп ауа ла
Ағастар шартлап һына.
Ҡаялар тетрәп ауғанда
Үкереп урман илай,
Эләгә тауға болоттар —
Ҡырҡтыла йыһан тулай.
Һыймай тәрән үҙәктәргә,
Ҡырҡтынан аша буран,
Ҡоторона, таша, гүйә,
Бәйҙән ысҡынған бурҙай.
Әллә туй ҡора шайтандар,
Ҡаны ҡайнап шашамы,
Таш ҡапҡаларҙы аҡтарып,
Ҡарҙар урғып ташамы...
Өҙөп электр сымдарын,
Дауыл ҡаза килтерә,
Ҡараңғылыҡ ҡосағында
Ауыл утҡа тилмерә.
Май шәм яғып, ярым һуҡыр
Өйҙәрҙең күҙе йызлай.
Кешенең көсһөҙлөгөнән
Йән әрней, күңел һыҙлай...

О Тәбиғәт!
Эй Ҡырҡтытау,
Туҡтатсы ыҙғарыңды!
Былай ҙа әҙәм ялыҡҡан,
Ашыҡтыр яҙҙарыңды...