Ҡыңғырау

Ятып тынмаҫлыҡ йәйге кис.

Йыһанды гиҙә йәш ай.

Бер ҡыңғырау сыңғырауы

Әллә ҡайҙарҙан урай.

 

Уттай йәшлек сығып китте

Шул сыңдан һине эҙләп,

Ат  көтөргә  сыҡҡан  һылыу,

Ысыҡтан эҙең күҙләп.

 

Шул ҡыңғырау сыңлап китһә

Һип-һил төн ҡосағында,

Йөрәккенәм әйләнерҙәй

Хис-ялҡын усағына.

 

Янам,

Яҙам эҙҙәреңдән

Көмөш ай нур түкһә лә,

Һуҡмаҡтарым һиңә илтмәй,

Хыялдарым етһә лә.

 

Ҡыңғыр-ҡыңғыр шул ҡыңғырау

Донъяға хәбәр һала:

«Ер   йоҡлай, сеү, һиҫкәндермә,

Эй, егет...»

Ә мин барам.

 

Ҡолағымда гел яңғырай

Имен төн сың-ораны.

Ерем, һиндә өҙөлмәһен

Ҡыңғырау  сыңғырауы.