Ҡуҙлы бала саҡ

Тәрән ҡарҙарҙы
Көрәй ҡыҙҙарым.
Ҡарҙа емелдәй
Йондоҙ ҡуҙҙары.

Ҡайҙарҙа ҡалған
Ауан бала саҡ?
Апайым менән
Ҡуҙ ташыған саҡ?
Иртә йә кисен
Тәрән ҡар кисеп,
Һоҫҡолар тотоп,
Күрше инәйҙән
Ҡуҙ ташыған саҡ...

Беҙҙең эҙебеҙ,
Алған ҡуҙыбыҙ
Тәрән ҡарҙарҙа
Ҡалған уйылып...

Һоҫҡонан төшкән
Ҡуҙлы күмерҙәй,
Ҡарҙарҙы уйып
Һарҡа ғүмерҙәр.

Һоҫҡола — ғүмер?!
Тала ҡулдарым,
Ҡарға берәмләп
Тама йылдарым.

Ҡуҙҙар ташыған
Ҡуҙлы бала саҡ
Йөрәктә эҙе
Баҙлап янасаҡ...

Тәрән ҡарҙарҙы
Көрәй ҡыҙҙарым.
Эҙләйме улар
Минең ҡуҙҙарҙы?