Күҙ һирпкән юҡ йондоҙҙарға...

Күҙ һирпкән юҡ йондоҙҙарға,
Серләшкән юҡ Ай менән.
Әллә ниндәй ауан заман,
Ултырған юҡ яй менән.
Ҡорт иләүе кеүек ҡайнап,
Мәж киләбеҙ тыз да быз,
Талашабыҙ тапҡан балға,
Һуғышабыҙ тыс та тыс.
Эшсе ҡортҡа ҡарағанда
Һоро ҡорттар сосораҡ,
Әрәм тамаҡ булһалар ҙа
Йоҙроҡтары тосораҡ,
Ҡаяуҙары ослораҡ...
Күҙ һирпәйек йондоҙҙарға,
Серләшәйек Ай менән,
Ҡарамай ауан заманға,
Ултырайыҡ яй менән!..