Ҡурыуҙы[1]

 

Ҡурыуҙыла уйнай ҡар бураны,

Ағастарҙың эйеп баштарын.

Шырлыҡта ел бүре булып олой

Йә иңрәтә ҡая таштарын.

 

Ҡурыуҙыла урман шаулай, гөжләй…

Гүйә, ажар халыҡ йыйыны

Ҡан дошманын өҙгөләргә ярһый,

Нәфрәтенән саҡ-саҡ тыйылып.

 

Хөкөм ҡылынғанда нәфрәт-уттан

Таштар ҡыҙып-ҡыҙып сатнаған.

Ҡара янған таштар араһында

Үлән көйгән, сәскә атмаған…

 

Ҡараҡоломбәтте ҡурған таштар,

Тарих һаҡлап, йоҡлай һил генә.

Ҡурыуҙыла бары буран уйнай,

Тынды ҡура әсе ел генә.

 

Ил ҡарттары,

Ҡурыуҙыға ҡарап,

Билдәләйҙәр көндөң килерен.

Ә замана бала ҡулы менән

Тау битенә яҙған: “Миру – мир!”

 

[1] Бөрйән районының Байназар ауылы янында Ҡурыуҙы тауы ҡалҡып тора. Легендаларҙан мәғлүм булыуынса,  был тауҙа Ҡыпсаҡ ырыуы башлығы Бабсаҡ улы Күҫәк, үлтерелгән атаһының ҡонон алып, Бөрйән ырыуы батыры Ҡараҡоломбәтте язаға тарттырған – таштарҙа ҡурған. Ошонан алып халыҡ телендә тауҙың исеме Ҡурыуҙы булып киткән.