Күңел һағы

Сыңлауҙары йәнде әсир  итә,

Ул моң рухташ, серҙәш күңелгә;

Уны юғалтыу ҙа,

Уңалтыу ҙа

Булмаҫ, булмаҫ, ахыры, еңелдән…

 

* * *

Күк көмбәҙе төҫлө сын гәлсәрҙән

Яһалған бер ваза кеүекһең,

Саҡ тейһәм дә сыңлап китеүеңә

Яйлап-яйлап хәҙер күнектем.

 

Сыңлауыңа күнекһәм дә ҡурҡам

Төшөп китерһең тип ҡулымдан

Шишмәләрҙән эйелеп һыу алғанда,

Абынғанда хәтәр юлымда…

 

Һин бик йоҡа гәлсәр ваза кеүек

Сайралырға ғына тораһың.

Ҡурсаларға һине юғалтыуҙан

Мөхәббәтем менән ураным.

 

Ураным да…

Тынды сыңлауҙарың,

Һин хәҙер бер өнһөҙ һауыттай.

Донъяларҙан ҡағылып-һуғылмағас,

Моңоң сыҡмай, йәнең ауыртмай…