Ҡумыҙ

 

(Аржан Адаровтан)

 

1

 

«Бар бит беҙҙең транзисторҙарыбыҙ —

Донъяның көй тулҡындарын тыңларға,

Кемгә ҡалды инде һинең кәрәгең,

Моңло ҡумыҙ — кескәй алтай лираһы!

Күк күкрәтер тауыштарҙың заманы,

Һауа ярыр эстрадалар эраһы —

Нисек тырышһаң да, улар хорында

Юғалырһың, кескәй алтай лираһы!» -

Шулай тиҙәр бөгөн байтаҡ кешеләр,

Замананың шауҡымына эйәреп,

Һәм уларҙы нисә тапҡыр ишетеп,

Уйға ҡалам, мин башымды эйәм дә.

 

2

 

Мин тауҙарға бағам.

Төн. Ай нуры.

Усаҡ яна. Төтөн һуҙыла.

Көтөүселәр  ҡайтты ҡыуыштарға,

Ат ирене тейҙе йондоҙға,

Әйтерһең, ул үҙенең тыны менән

Һалҡын йондоҙлоҡто йылыта.

Ҡумыҙ сыңлай. Моңо, төтөн кеүек,

Йәнде биләй, тәнде ойота.

Һиҫкәндерә мине боронғо көй,

Дала ҡаплап сәскә атҡанын

Хәтерләтә, хатта атымдың да

Күҙҙәрендә йәше ялтланы...

 

3

 

Ҡулдарыма алам һине, изге

Һәм боронғо алтай ҡумыҙы,

Берәү генә һинең ҡорос телең, —

Әммә күпме аһәң ҡуҙғата!

Һыймалыһың үҙең усҡа ғына.

Һының йөрәккә лә оҡшаған.

Эшләнешең ябай, әммә камил,

Өнөң нескә, әммә киң сазың.

Алтай микән һинең тыуған ерең,

Әллә берәй илдән сауҙагәр

Алып килде микән бүләк итеп

Күсмә халыҡ өсөн тауҙарға?

 

4

 

Юлда һин бик йәтеш, ҡулай, ҡумыҙ,

Быуат-быуат шул уҡ — самаң бер,

Еңел һине ҡуйында йөрөтөү ҙә,

Еңел — кеҫәһендә замандың,

Ирендәргә һине тейгеҙҙеңме —

Гөл баҡсаһы була тирә-йүн.

Ҡалын, һалҡын ҡарҙар иреп аға,

Ғәзизерәк була төйәгең;

Усаҡ дөрләп киткән кеүек була

Ҡара төндә ыжғыр дауылда,

Һәм кеше лә япа-яңғыҙ түгел

Сикһеҙ бушлыҡ, ғаләм алдында…

 

5

 

Тәүге тапҡыр ҡайһы быуатталыр,

Ҡайһы оҫта, ҡайһы илдәлер –

Сүкегән дә һине утҡа һалған,

Һыуға манған – беҙгә билдәһеҙ.

Тик беләбеҙ: һин зыңлайһың һаман

Ҡараҡомдоң бархандарында.

Уятаһың ҡарлы тынлыҡтарҙы

Болан, нарта, чумдар  яғында.

Ишетелә һинең сал моңдарың,

Туғанлыҡтан беҙҙең тыуғандай,

Венгрияның алыҫ ауылында,

Фин өйөндә, Урал тауында...

 

6

 

Ковбой фильмын күрҙем. Индеецтар

Баҫҡындарҙан тамам ҡаҡшаған.

Ут солғаған осло түбәле өйҙәр

Алтай өйҙәренә оҡшаған.

Бандит талай байлыҡ,

Үкһей бала,

Баш осонда — ҡурғаш зыйлауы...

Һәм ишеттем ҡапыл: ҡумыҙ уйнай,

Шундай таныш бер моң зыңланы!

Иңрәй ҡумыҙ, беҙгә тауыш бирә,

Тәржемәнең һис юҡ кәрәге.

Ярҙам һорап саҡырғанын тойҙом

Азиянан — Әсә-еренән!

 

7

 

Нисек юлыҡтың һин был ярҙарға,

Зарлы ҡумыҙ!  Ҡолаҡ һаламын,

Оҙон-оҙон көйҙәреңде тыңлап,

Мин гел аптырауға ҡаламын.

Быуаттарҙың тоям төпкөлөндә

Уртаҡ тамырҙарҙың типкәнен.

Торған һайын ныҡ ышана барам

Берлегенә ике ҡитғаның.

Ерҙә булған бөтә  халыҡтарҙың

Туғанлығына мин инандым,

Ишеткәндә  алыҫ-алыҫтарҙа,

Тыуған Азия,  һинең моңоңдо!

 

8

 

Туған ҡумыҙ, йөрәк түремдә һин!

Ғорурлығым,

Әйтмәй юҡ сарам:

Күрҙем һине мәктәп картаһында —

Алтай ҙа бит һиңә оҡшаған!

Һыны менән ул да ҡумыҙ кеүек

Һәм йөрәге кеүек кешенең.

Был оҡшашлыҡ юҡҡа түгелдер ул,

Бәлки, был да — яҙмыш ҡушыуы!

Зыңла, зыңла, ҡумыҙ,

Тынма, тынма!

Көтөүсе һәм юлсы моңдашы —

Туғанлыҡты йырлап, Алтайыңда,

Даның китһен көнгә олғашып!