Ҡулъяулыҡтағы яҙыуҙар

Аҡ ҡулъяулыҡтар ебәргән
Әсәй кинйә улына.
Улы, гүйә, “ҡайтсы!” тигән
Саҡырыу алды ҡулына.

Ҡулъяулыҡҡа аттар төшкән:
Ут һулышлы толпарҙар!
Был бит теләк! –
“Шул аттарҙа
Улым ҡайтып бер урар…”

Ә икенсе ҡулъяулыҡта –
Диңгеҙ гиҙер караптар:
“Улым ҡайтһын караптарҙа,
Апҡайтмаһа пар аттар!..”

Аҡ ҡулъяулыҡтар нағышлы –
Әсәй хаты улына.
Кем тоя әсә һағышын –
Хатты уҡыр шул ғына.