Күк ҡайтҡанда

Был йәйҙең дә һуңғы күкрәүҙәрен
Насип булды әле татырға:
Түгә миҙгел һуңғы ғәйрәттәрен—
Күккә ваҡыт еткән ҡайтырға.

Был йәйҙең дә һуңғы ярһыуҙары
Ерҙе ярып, иҙеп үткәндәй,
Миҙгел менән миҙгел алышҡанда
Йөрәк ярһый, ниҙер көткәндәй.

Ер менән Күк шашып олғашҡанда
Һыйынаһың миңә тетрәүҙән.
Күктәр ҡайта — күкрәү алыҫлаша,
Мин туймайым әле күкрәүҙән.

Йәмле йәйҙең һуңғы шифаһына
Ҡойонабыҙ икәү моңһоулап.
Күктәр ҡайта — инде донъя тына...
Беҙ ҡайтмаһаҡ ине ярһыуҙан.