Көҙгө романс

Яҙғы ташҡын һинең күңелеңдә
Ярһый, ҡайнай, аша ярынан.
Ҡарап яҙҙай ярһыу күңелеңә,
Ҡарап яҙҙай ярһыу күңелеңә,
Көҙгө һағыштарҙан арынам.

Күңелемдә ярһый көҙгө ташҡын,
Ярҙарына һыймай алҡына.
Йәшлек саҡта хыял шундай бәйһеҙ,
Йәшлек саҡта хыял шундай бәйһеҙ –
Офоҡтарҙы ярып талпына.

Минең күңел көҙгө һиллек кеүек –
Аяҙ, яҡты, тыныс, һалҡынса,
Тойолалыр һиңә тыштан шулай,
Тойолалыр һиңә тыштан шулай,
Ә ул көйрәй көҙгө ялҡында.