Көҙ – минеке!..

Дауылдары, йәшендәре беҙҙе
Баҫтырғанда баҫып эҙҙәргә,
Йәйҙең мунса кеүек эҫеһенән
Югереп килеп индек көҙҙәргә.
Көҙ - үҙ инде: һулышы ла иркен,
Бүләк өсөн әҙер ҡырауы.
Елдәр көмөш ауын элеп йөрөй,
Уйнай-көйләй ҡырлы ҡурайын.

Көҙ илаҡ та:
Әле генә сыуаҡ,
Әле быҫҡаҡлай ҙа түгелә;
Теңкәһенә тейһә крәҫтиәндең,
Ҡәһәр оса тишек күгенә.
Муллыҡ, туҡлыҡ тантанаһы ерҙә,
Игенсенең иңе - туҙанда.
Көҙөн уның урын булһа түрҙә,
Алғы сафта - һабан туйҙарҙа.

Көҙ айҙары - ғишыҡ наҙҙары ла,
Йылдың туйға иң мул мәлдәре.
Мөхәббәтле оҙон сәфәргә тик
Йәштәрҙең, тим, етһен хәлдәре...
Сәфәр, тигәс...
Ташлап тыуған яғын,
Тағы китә ҡоштар сылбыры.
Көҙҙә генә бары ишетелә
Ҡош һағышы, ҡанат сың-йыры.

Тор-райыҡ, тор-райыҡ!..”тигән булһалар ҙа,
Торналар ник тороп ҡалмайҙар?
Ерен ташлап киткәс, һәр кемдең дә
Һағыныу хисе йәнен ялмайҙыр...
Моңһоу уйҙар, тынмаҫ һағыш уты
Дөрләгәндә көҙгө кистәрен,
Атылып һүнгән йондоҙҙарҙың юлын
Дауам итә бәйһеҙ хистәрем...

Көҙҙән, ахры, күскән миңә холоҡ:
Булып алам көҙҙәй сыуаҡ та;
Мыжыҡмын да, бер аҙ һалҡынса ла,
Күп сағында көҙҙәй йомарт та...
Ниндәй булһам да мин - илемдеке,
Бар булмышым - һеҙҙән, һеҙҙеке.
Яңы тыуған кеүек һөрән һалам: -
Көҙ - минеке, мин дә - көҙҙөкө!..
2007.