Көҙ һәм ҡыҙ

Ҡыҙ ҡосағы тулы һары япраҡ
Күҙҙең яуын алып нурлана.
Умырзая йыйып туя алмағас,
Көҙ биҙәген ҡыҙый урлаған.

Ҡара инде, ҡара, ҡыҙый нисек
Ялҡын менән һаҡһыҙ шаяра!
Күҙҙәр – осҡон,
Ҡуҙмы – биттәр осо…
Ҡыҙ үҙе лә уттан саяраҡ!

Мин шаярттым шунда был ҡыҙыйҙы
(Ә кешеләр үтә һоҡланып!):
- Япраҡтарҙа баҙлап янған ялҡын
Толомоңа ҡуйыр тоҡанып!..

Ҡыҙый осҡон сәсте:
- Ағай кеше,
Ҡурҡаһығыҙ икән – ҡасығыҙ!
Юҡһа ялҡын өтөр сәсегеҙҙе,
Еңгәмә һау ҡайтһын башығыҙ…

Һүҙе һалҡын,
Ә ҡосағы – ялҡын:
Көҙ иркәләй, яна күҙендә…
Бер уй килә миңә:
Һылыу, һин дә
Ялҡын булып ҡалсы көҙөңдә.