Көтөү – көтөлөү

Иртән тороу менән бағам көнгә:
Көтөлмәйме дауыл, яу-хәтәр...
Түҙемһеҙлек менән йәнә көтәм
Шаҡыһын тип йүнле бер хәбәр.

Донъя ике яҡлы,
Таяҡ ике башлы...
Ә ниңә мин генә - гел көткән?
Мине көткәндәр һуң –
Яҡындар, туғандар
Бөтә донъяға бит тулғандар.

Был көн миңә нимә
Тағы алып килә,
Яңы хәбәрҙәрҙең ниндәйен?
Көтмәйем әле мин,
Көтһөн бүтәндәр ҙә,
Тапһындар көткәндең күндәмен.
2009.