Ҡоштар китәлер инде

Көҙ ҙә етте, йәмдәр бөттө,
Ҡоштар китәлер инде.
Теҙелеп ҡоштар китҡәнен
Ҡарап ҡалаһы ине.

Тыуған яҡтан алыҫтарҙа
Ҡоштар ҙа ялындыра –
Йөрәкте семетеп алыр
Моңдары һағындыра…

Ҡоштар!
Бәлки көтөрһөгөҙ
Минең ҡайтып еткәнде?
Эх!.. Ҡарап ҡалаһы ине
Теҙелеп ҡоштар киткәнде…

1970-1982.