“Ҡош Юлы”

Хәйбуллала ошо исемдәге халыҡ

ижады төркөмөндә шөғөлләнеүсе

яҡташ апайҙарыма арнайым

 

Бала саҡтан йәйге һил төндәрҙә

Ҡамыш ҡыуыштарҙа ятҡанда,

Серле йондоҙҙарға күҙ талғансы

Баға инек, таңдар атҡанса.

Ҡош Юлының ғәжәп әйләнеүен

Кем таныр тип тәүләп, иң башлап,

Шул аҡ юлдан күҙ ҙә яҙлыҡтырмай,

Ҡаҙалабыҙ күккә алмашлап.

 

Ҡош Юлынан – йондоҙ араһынан

Осорға тип күпме һаташтыҡ,

Ҡанаты саҡ сыҡҡан бала ҡоштай,

Ҡырсын буйлап осоп маташтыҡ.

Эй бала саҡ! Хыялдарға бай саҡ,

Сиктәр-биктәр белмәҫ ауан саҡ.

Ҡош Юлына һуҙып ҡулыбыҙҙы

Өмөт иттек: “Бәхет яуасаҡ!!!”

 

Нурҙар яуҙы өҫкә, моңдар ауҙы,

Ризыҡ ҡына унан тамманы.

Ас булһаҡ та күңел алсаҡ ине,

Бәғеребеҙ таштай ҡатманы.

Аҡ Ҡош Юлы! – Серҙәш, моңдаш, юлдаш –

Гел оҙатты, ғүмерем буйына.

Унан яуған моңдан, хис, һағыштан

Уйыла инде, күңелем уйыла!..

 

Йыһан туйҙарында Ҡош Юлынан

Сыңлап йондоҙ яуһа төндәрен,

Ярһый йөрәк ҡыҙҙар йырҙарынан,

Аҡтарғандай йәнде көйҙәре.

Ҡош Юлынан әллә миңә күсә

Йондоҙ тулы каса, ҡот күсе,

Ул һәр кемдең тәүге хыял кисе,

Һөйгән йәрең менән моң кисеү…

 

Бар зиһенде тартып, йәнде арбап,

Саҡыра гел серле Ҡош Юлы.

Йондоҙ моңон ғүмеренә юлдаш

Иткәндәрҙең ерҙә ҡуш юлы.

Атлағандай улар Ҡош Юлынан,

Һыҙылып ята алда нур юлы.

Йәнә бер юл - уныһы хәтерҙәргә

Уйыла мең хис, мең көй-йыр булып…

 

2006.