Ҡош тауыштары

Көҙгө айһыҙ ҡара төндә,
Ойошоп ҙур-ҙур тупҡа,
Ташланалар икән ҡоштар
Ерҙәге ҡай бер утҡа...

Ҡоштарҙы ни мәжбүр итә
Һәләкәт аҙымына?
Тәбиғәттең ҡоһоромо
Кешеләр яҙығына?

Мәғәнәһеҙ үлем бит был,—
Ҡоштар, туҡтаһағыҙсы!—
Туптар яуғандағы кеүек,
Ерҙе ҡанламағыҙсы!..

Йоҡоларымдан уята
Шул ҡоштар тауыштары,
Ҡанат та ҡотҡара алмай
Аяныс яҙмыштарҙы.

Бала тауыштары һымаҡ—
Сая ҡош тауыштары,
Йөрәгемә ҡағып тора
Алыҫ ер һағыштары...