Ҡош баҙары

Таңатарҙың туғайында
Булыр ине ҡош баҙары.
Шунда барһам —
Ҡайта инем
Йән сафланып, йән таҙарып,

Ҡайҙа һуң һеҙ, яҙ ҡоштары,
Ниңә тынған моң баҙары?
Зәңгәр яҙҙа һеҙҙе эҙләп,
Ауҙым ергә, бер аҙ арып.

Ҡабатлана йыл яҙҙары,
Ә ҡайҙа һуң ҡош баҙары?
Ҡайтам йәшел туғайҙарҙан
Йән һыҙланып, йән аҙарып,
Бер ҡарайып, бер ағарып...

Ҡайҙа булған ҡош баҙары —
Моң баҙары, йән баҙары?
Унда миңә кәрәк бары —
Йән аҙығы, ғәм баҫары...
Ҡайҙа икән ҡош баҙары?..
Эх, йәндәрҙе таҙартаһы!..