Көршәктәр

Әйҙүк, юлсы,
Өйгә юл һуғып үт,
Һыуһындарың бер аҙ баҫып кит.
Баш тартмаһаң дала йолаһынан,
Көршәгемдә — айран,
ауыҙ ит!

Көршәктәрҙә — йәнең нимә теләй! —
Бөтәһе лә килер ҡаршыңа:
Үҙәк ялғар булһаң — ҡорот, ҡаймаҡ...
Һалҡын һөт бар,
Ҡымыҙ — сарсаһаң.

Ҡулдарымда — йөҙ быуаттар элек
Табын йәме булған һауыттар.
Эйәләре ниндәй рәссам булған,
Беҙҙе һоҡландырыр зауыҡ бар!

Көршәктәрҙе урар юл-һыҙыҡтар –
Мәңгелеге йыһан, ғаләмдең;
Түңәрәктәр – йәшәү айыштары,
Төп нигеҙе аңдың, ғилемдең.

Сатраш-сатраш һыҙыҡ-шаҡмаҡтары –
Кирәгәһе беҙҙең тирмәнең;
Тулҡын-тулҡын юлаҡтары аша
Ғүмер ағыштарын һиҙмәле...

Ә һырҙары — халыҡ маңлай һыры,
Быуындарҙың өлөш-яҙмышы.
Биҙәктәргә күскән тормош заңы,
Зиһендәрҙең сая балҡышы.

Бында әле утыҙ төрлө семәр,
Тимәк, көршәктәр ҙә — утыҙ төр!
Тимәк, ҡәҙер-хөрмәт,
туйҙар булған,
Аш-һыу булған алға ултыртыр.

Көршәктәрҙә –
йәнең нимә теләй!
Бөтәһе лә килер ҡаршыңа:
Үҙәк ялғар булһаң — һалҡын һөт бар,
Ҡорот, ҡаймаҡ ...
Ҡымыҙ — сарсаһаң.

…Әйҙүк, юлсы,
Өйгә юл һуғып үт,
Һыуһындарың бер аҙ баҫып кит.
Ашыҡһаң да алға —
яңы таңға, —
Тарих тәғәменән ауыҙ ит тә
Быуаттарҙың битен асып кит.