Ҡол Ғәли

Ҡулыңда - китап.
Китеп барышта
Ҡалғанһың туҡтап,
Кемделер юҡлап,
Нимәлер уйлап,
Һөйләргә яйлап:
Күргән-кисергән, һүткән-тағатҡан
Тормош йомғағын - йәшәү йомағын...

Ғәҙеллек юллап, донъяны айҡап,
Ҡитғалар ашып, бараһың атлап.
Артыңда һүнә быуаттар янып.
Алда - көмөш сәс ҡарсыҡ Ай ҡалҡты.

Уба сәстәрен - сал ҡылғандарҙы
Саҡ сайҡалдырып, аяҡ талдырып,
Бараһың атлап, яңғыҙ, юлдашһыҙ.
Гел үҙ алдыңа. Үҙ аяғыңда.
Юҡ таяғың да. Юҡ маяғың да.
Ҡулыңда бары - китабың ғына.

Ғалим, мөҙәррис. Мәңгелек юлсы.
Дәрүиш, мосафир. Әүлиә, йырсы...
Ниндәй хәлдәргә тарымағанһың?
Ышанмағанһың - күп халыҡтарҙың
Үҙ йырсыһына әйләнереңә...
Ҡайтып киләһең әйлеләреңә.

Оҙон юлында - беҙ һиңә юлдаш,
Ғүмер йырында - беҙ һиңә моңдаш.
Тайһа аяғың - беҙ һиңә аяҡ,
Талһа аяғың - беҙ һиңә таяҡ...

Бығауҙар быуһа - йәшәүҙәр тынсыу,
Телдән дә яҙһаҡ - тоҙаҡһыҙ тонсоҡ!
Заманы борсоу.
Мөхите йонсоу...
Ҡулында китап – “Ҡиссаи Йософ “
Шул бар байлығың - ваҡыт тейгеһеҙ,
Алтындарға ла ҡыйып биргеһеҙ.
Ҡиссаға һыйған һинең дәү донъяң,
Белгәнгә – белек, рухлыға – улъя.
2009