Кәмәлек

Мәшһүр тарихсы Ә.З.Әсфәндиәровҡа

 

Йылғаһында ҡама күп үрсегән,

Исеме лә шуға – “Ҡамалыҡ”.

Урыҫ ҡалын итеп әйтәлмағас,

Әйткән йомшаҡ ҡына “Камелик”.

 

Ана шунан инде яйлап-яйлап

Ҡамалыҡтан тыуған “Камелик”.

Беҙҙең телебеҙгә тиҙ эленгән –

Әйтергә лә еңел: “Кәмәлек”.

 

Ғүмер аҡҡан.

Һыуҙар ҙа һайыҡҡан.

Көн ҡалмаған ҡама, балыҡҡа.

Яға өсөн бөткән ҡамаһы ла,

Һанамағас башҡорт байлыҡҡа...

 

Ә Кәмәлек аға, тулҡын ҡаға,

Ҡамаһы юҡ. Тишек кәмәһе?

Үҙгәрҙеләр ярҙа кешеләр ҙә.

Үҙгәрмәгән ҡалды нимәһе?

 

Ағымдары ҡаты замандарҙың,

Йотола тел, ҡанун, йола ла.

Ҡамалыҡ та шунда ағып ята

Исеменән яҙып булһа ла.

2005.