Кисер, әсәй…

Кисер, әсәй, һине бәғзе ваҡыт
Онотҡанда, әүрәп ваҡлыҡҡа.
Күҙ алдыма килеп,
ап-аҡ шәүләң
Саҡыра гел шәфҡәт, сафлыҡҡа.

Шул аҡ шәүләң тора оноттороп
Бар хәүефте, мәкер, золомдо,
Рухиәтең — һүнмәҫ яҡты сыраҡ,
Яҡтыртаһың барыр юлымды...