Ҡазан дәфтәренән (шәлкем)

 

Сөйөмбикә манараһы

 

Сөйөмбикә манараһы —

Тарихтың күҙ ҡараһы.

Ҡайҙа икән дуҫтарым, тип,

Күҙ талғансы ҡарайһы.

 

Ирәмәлем түбәһенән

Йондоҙға ҡул һонаһы.

Татар дуҫтар ни хәлдә, тип,

Ҡаҙанға күҙ һалаһы.

 

Замандарҙың болғаҡ еле

Бутай дуҫтар араһын.

Күршеләрҙә ут янамы

Ҡыуып төндөң ҡараһын?

 

Ирәмәлдә янған уттар

Күренәме Ҡазанда?

Уянайыҡ, мосолмандар,

Ишетелә аҙандар!

 

Сөйөмбикә манараһы

Шәреҡтәргә ҡараған.

Дуҫтарым бармы янымда

Яу тоторға яраған?

 

Сөйөмбикә манараһын

Уралтауҙан ҡарайһы.

Туғандарым көтә, тиеп,

Йәндәр атып бараһы.

 

Сөйөмбикә манараһы —

Тарихтың күҙ ҡараһы.

Башҡорт йорто Каруанһарай

Йөрәгемдең яраһы.

 

Уралтауым мәңге торор,

Ҡаҡшамаҫ нигеҙ ташы.

Башҡорт менән татар халҡы –

Тут ҡунмаҫ йөҙөк ҡашы.

 

                                       1997, 28 март.

 

Дуҫтарыма барам

 

Татарстандың халыҡ шағиры

Ренат Харисҡа

 

Казандарға күпме барғаным бар,

Саҡырғанға йөрәк уттары.

Барған һайын арта һоҡланыуым,

Барған һайын арта дуҫтарым.

 

Булғас дуҫлыҡ юлы, йыраҡ түгел

Урал менән Иҙел араһы.

Бәйһеҙлекте яҡлап барғанымда

Тапҡаным бар йөрәк дауаһын.

Ҡырлайҙарҙан илһам тейәп ҡайтып,

Нурлайым мин халҡым күңелен.

Ошо юлда күпме ҡаһармандан

Рух орлоғо ҡалған түгелеп.

 

Башҡортостанымды дуҫтар менән

Күп айҡаныҡ, аштыҡ Уралды,

Ҡайҙа ғына баҫма — беҙҙең эҙҙәр

Йөрәк йыры булып яралды.

 

Башҡорт менән татар дуҫлығының

Үлсәүҙәргә һыймаҫ даны бар,

Тарихтарҙа тәрән тамыры бар,

Дуҫлыҡ өсөн тамған ҡаны бар.

 

Башҡорт менән татар туғанлығын

Көнләгәндәр ҙә бар, беләмен.

Ихлас икән әгәр ниәтебеҙ —

Уҫал елдәр ара бүләме ? !

 

Ҡаҙандарға нисәнсе ҡат барам,

Саҡырғанға йөрәк уттары.

Эйәрләнем атым изге юлға,

Артһын, тиеп, тағы дуҫтарым!

1998, 14 декабрь.

 

Сәфәрҙә тыуған шиғырҙар

 

* * *

Ыҡты сыҡтыҡ,

Сөндө кистек —

Башҡорттоң йылғаларын.

Йылғалар беҙҙе һағынған,

Ишеттем илағанын.

 

* * *

Аҡтанышта, Минзәләлә

Йотолған милләттәштәр.

Тормошта беҙ — Саҡ менән Суҡ,

Үлгәстен — йәннәттәштәр.

 

* * *

Оҙон көй яңғыраны Ҡазанда,

Көтөлгән мөкәддәс аҙандай.

Хаҡ юлға саҡыра был аҙан,

Тын алмай тыңланы бар Ҡазан.

 

* * *

Мәжлестәрҙә дуҫтар менән кистәрҙә

Иҫерһәң дә иҫерәһең — хистәрҙән.

Һоҡланыуың ғына таша эстәрҙә

Йә хыялый вә зыялы көстәрҙән.

 

* * *

Туйған ерҙән тыуған ер яҡшы, тип,

 Әйтмәгәндәр юҡҡа үткәндәр,

 Мәшһүр Ҡазанда ла тын тарыға,

 Уралымда аунап үҫкәнгә...