Ҡайҙа?..

Ҡайҙа минең яҡты шиғырҙарым,
Ҡараңғыла күңел йыуатыр?
Исмаһам, бер ябай замандашта
Яҡты өмөт, зауыҡ уятыр?

Ҡайҙа минең дәртле, шат моңдарым,
Һағыштарҙы баҫыр күңелдә?
Юғиһә бит, күпме йән өшөгән,
Йәшәүҙән дә туйған, төңөлгән?

Ҡарая ла сыға шиғыр юлы,
Ҡара янғанғамы эйәһе?
Уҫаллана микән хистәр, һиҙеп
Утлы ҡамсы һыртҡа тейәһен?

Ҡайҙа ҡасты яҡты шиғырҙарым?
Урын юҡмы тыныс моңдарға?
Ҡайҙа форсат: йәнде ҡурсаламай,
Ергә ятып, ерҙе тыңларға?

Донъяларға әллә нимә булды,
Күңелдәрҙән ҡаса шиғыр, йыр...
Ҡасҡан кеүек тауҙан кейектәр ҙә,
Һиҙгән саҡта янғын сығырын.

2008.