Ҡайын ауған…

Йәм-йәшел үләнгә ауған
Ап-аҡ һынлы аҡ ҡайын.
Үлтергәндәр аҡ ҡайынды,
Ап-аҡ туҙы — аҡ кәфен.

Үлтергәндәр!.. —
Буш һүҙ түгел, —
Ул бер тере йән ине,
Иртә-кисен шаулар ине,
Йән йәшәртер йәм ине.

Үлтергәндәр!..
Бүтән төрлө
Мөмкин түгел әйтеүе.
Эй, анһат шул юҡ итеүе,
Ауыр әҙәм итеүе!..

Ул тороп ҡысҡырыр ине,
Теле генә юҡ бары!..
Ниңә ерҙе язалайҙар,
Илдең йәмен аҡтарып!..

Йәм-йәшел сирәмгә ауған
Ап-аҡ һынлы аҡ ҡайын.
Иҫем китеп ҡарап торам
Ап-аҡ ҡаны аҡҡанын...