Ҡарҙар яуа…

Шундай ҡуйы итеп ҡарҙар яуа, –
Тәбиғәттә сафлыҡ, хәрәкәт.
Миңә иһә донъя
был минутта –
Сикһеҙ бушлыҡ,
әрнеү,
йәрәхәт.

Өй толҡаһыҙ.
Хәсрәт белмәҫ радио
Төн йөҙөнә һибә зарлы моң.
Моңдар һәлмәк,
гүйә, ябалаҡ ҡар…
Ә күңелгә инә – ҡарлы боҙ…

Шундай ҡуйы итеп ҡарҙар яуа,
О тәбиғәт! – тынмаҫ хәрәкәт!
Миңә генә донъя –
Һин киткәнгә
Сикһеҙ бушлыҡ…
Тынлыҡ-һәләкәт…