Кардиограмма

Ҡағыҙ таҫма ҡала юлаҡланып,
Сыбарланып серле сылбырҙан,
Күҙ алдымдан, гүйә, бар ғүмерем
Үтеп бара йүгереп-йылбырлап...

Кардиолог ҡыҙый,
Йөрәгемде
Ҡағыҙ таҫмаларға яҙаһың,
Шул таҫманан уҡып белерһеңме
Йәндәремдең күргән аҙабын?

Йөрәгемдең һулҡ-һулҡ тибеүҙәре
Был тормошҡа һөйөү һүҙелер,
Яуап юҡта тағы йыуана ул:
«Бындай ғына хәлгә түҙелер...»

Йөрәгемдең ярһып тулҡыныуы,
Ҡалҡыныуы йәйғор баҫмалай,
Талпыныуы, яныу, борсолоуы...—
Һәммәһе лә ошо таҫмала.

Унда: аҫау диңгеҙ сайҡалыуы,
Берсә шаян ҡолон сабыуы,
Берсә бәйһеҙ хыял айҡалыуы,
Йәшеңдәрҙең хәтәр сарпыуы...

Унда: йәнгә уҡтар ҡаҙалыуы,
Көмөш шишмәләрҙең ағышы,
Ҡайнар һөйөү һүҙе яралыуы,
Алыҫтағы йондоҙ һағышы...

Ул таҫмала
Тертләп-тертләп киткән
Киртләс-киртләс эҙҙәр — сирҙеке.
Мин бит әле — ошо ер балаһы,
Йөрәгем дә — шул уҡ еремдеке,
Минең сир ҙә, тимәк, — ерҙеке...

Кардиограф — ул хас сейсмограф,
Тетрәүҙәрен ерҙең яҙғандай,
Гүйә, бөтә илдә кешеләрҙең
Йөрәктәре бер үк хәсрәт менән
Бер иш тибеп, бергә янғандай.

Кардиограмма—утлы йәшен һыҙған
Миллиондарҙың йөрәк тибеше,
Ҡан тибешем — уларҙыҡы ише,
Ҡуймаһаҡ та алдан килешеп.

Кардиограмма—йәшәү йылъяҙмаһы,
Бары хәтәр хәбәр таратма,
Сөнки ерҙең хәүеф, тетрәүҙәрен
Билдәләйем һиңә ҡарап та...

Кардиолог һылыу!
Йөрәгемде
Ҡағыҙ таҫмаларға яҙаһың,
Шул таҫманан танып, кәметһәңсе
Йөрәгемдең һағыш ғазабын!..