Ҡарасҡы

Тәҙрәнән, көҙгөнән күренә бер әҙәм.
Таныйым: ул бит—мин, мин үҙем, хөрәсән! –
Ундағы булмышым менән хас берәҙәк,
Әммә ул башҡараҡ — изге йән, күрәҙә.

Ул мине эҙәрләй. Туҡтауһыҙ күҙәтә.
Самаһыҙ ҡурсалап, өйрәтеп йөҙәтә.
Хафанан иҫкәртә, хилафтан киҫәтә,
Ғәрлекте килтереп, хатамды күрһәтә.

Ҡарашы битәрләй, уй менән әшкәртә.
Йәнемде өнһөҙ ҙә ҡайыҙлап эшкәртә.
Тик тағы ҡәҙерләй, артынан эйәртә,
Атайҙай хәстәрләй иң изге ниәттән.

Ул — минең ҡарасҡым, әүлиәм, фәрештәм.
Ул бары күренә иң яҡшы сүрәттә.
Таҙарам, йомшарам йышыраҡ күрешһәк,
Аҙаплы юлда ла моратҡа ирешәм.

Ҡарасҡы — ул минең һағауыл намыҫым.
Донъяны һағынған әрүәхтар тауышы,
Әсәйем һөтөнән күскән паҡ иманым,
Атайым аҡылы сүкегән асылым...

Ҡарасҡы гел йөрөй алдымда, артымда,
Салынмай күҙемә - теркәй ул барын да.
Ҡай берәү унан тиҙ ҡотола, арына.
Түҙемең етһә — күн ҡарасҡың барына!..

Бер ваҡыт йондоҙҙай һүнгәндә ҡарашым,
Моңһоулыҡ болотон күңелдән таратып,
Дуҫ-иште, туғанды үҙенә ҡаратып,
Күренһен бары тик игеҙем — ҡарасҡым...