Ҡарағайҙар шаулай, ҡарағайҙар...

Ҡарағайҙар шаулай, ҡарағайҙар
Мәскәү яны ҡуйы урманда.
Шул урманға килеп,
Мин ултырам
Үҙе риза тотҡон — ҡорбандай.

Ҡарағайҙар шаулай, ҡарағайҙар,
Ни һөйләйҙәр йыһан телендә...

Имәндәр ҙә бәлки моңаялыр
Уралымда — минең илемдә.

Малеевка, 1989.