Ҡара һағыҙ

Баҙарҙарға сығып һағыҙ алдың,
Сөм-ҡаранан ҡайын һағыҙы.
Иҫкә килде:
Сәсән туҙға яҙған
Булмағанда ҡулда ҡағыҙы.

Ап-аҡ туҙҙан тыуған шул һағыҙға
Ҡайҙан ҡара ләҡәп тағылды? —
Ирҙәр әйтә: «Мине сәйнәгәнсе,
Сәйнә, бисә, ана һағыҙҙы!..»

Ирәндектә сеңләп илай ҡайын —
Һыҙырғандар туҙын һағыҙға...
Туҙы һыҙырылған аҡ ҡайындай,
Һин тип кемдер күҙ йәш ағыҙа...

Ҡара һағыҙ!
Яҡты күҙ йәшенән
Тыуған һағыш ише һығыла.
Ҡара һағыҙ эсендә аҡ туҙҙай,
Яҡты моңоң
Үрһәләнә, эстән һыҙыла...

Әллә ниңә булам йәлләгәндәй
Ап-аҡ туҙҙан тыуған һағыҙҙы...
Ирәндектә ана йәш ҡайындар
Тағы ынйы йәштәр ағыҙҙы...

Заманалар беҙҙе аяу белмәй
Сәйнәй ҡай саҡ ҡара һағыҙҙай...
Ҡайындарҙы күреп, йөрәк һыҙлай,
Түҙәйексе күҙ йәш ағыҙмай...