Иҫәнбикә менән Субидай Туғандарға

Атай йортон эҙләп ҡайтҡан
Иҫәнбикә вә Субидай.
Йән тартмаһа, ҡан тарта, ти,
Туғанлыҡ ул — шул бит әй.

Баҡый тауҙың йыуаһы
Әсе икән ҡапҡанда,
Ҡыуаныс та, аяныс та
Һеҙ, туғандар, ҡайтҡанда.

Туған халҡын эҙләп ҡайтҡан
Иҫәнбикә вә Субидай.
Йән дә тарта, ҡан да тарта,
Атайсал ул — шул бит әй.
Тел дә тарта, моң да тарта,
Туған халҡың — шул бит әй.
Ут та тарта, һыу ҙа тарта,
Тыуған ер ул — шул бит әй...

Ишембай.
1990 йыл, 23 декабрь.